Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡалын ҡарға күмелеп ҡалған...

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында 1988 йылғы ир ҡыйыҡ өҫтөндә ҡар таҙартып йөрөгәндә ҡар менән бергә шыуып төшкән. Һөҙөмтәлә үҙе лә ҡар аҫтында ҡалған. Үтеп барыусылар уны сығарырға маташҡан, әммә ярҙам итә алмағандар. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ирҙе ҡар "әсирлегенән” ҡотҡарыусылар ғына ҡаҙып сығара алған. Зыян күреүсене ашығыс рәүештә Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһына алып киләләр. Уның ныҡ өшөүе асыҡланған, шуға ла зыян күреүсене дауаханаға оҙатҡандар. Ҡарҙың туҡтауһыҙ яуыуы һәм көндәрҙең йылы тороуы ҡыйыҡтан ҡар шыуып төшөүе хәүефен тыуҙырҙы. Шуға ла йорт-биналарға яҡын бармағыҙ. Шулай уҡ йорт, бина ҡыйыҡтарындағы ҡарҙы төшөрөргәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ. Яҙға табан ҡар аҫтында ҡалыу хәүефе күпкә арта. Етмәһә, епшек ҡар аҫтында ҡалған осраҡта, уны йырып сығыуы бик ауыр, осраҡтың үлемесле тамамланыуы ла ихтимал. Фото сығанағы: mchsrb.