Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Башҡортостанға күсеп барғым килә”

Махсус хәрби операция биләмәһендә бөтә Рәсәйҙән ҡыйыу ир-аттар алыша. Ә Башҡортостан яугирҙәре, уларға булған республиканың тиңһеҙ ярҙамы тураһында легендалар йөрөй. Шуға күрә тап беҙҙең полк, беҙҙең батальондар составында алышырға теләүселәр ҙа бихисап. “Үҙебеҙҙең” егет Яу яланына барған сираттағы командировка ваҡытында шундай егеттәрҙең береһе менән танышыу форсаты сыҡты. Владимир ҡалаһынан килгән, әлеге ваҡытта “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иткән “Академик” позывнойлы яугир ул. Әйткәндәй, ул МХО-ға Нефтекама ҡалаһы аша киткән. – Башҡа төбәктәрҙән килеп, Башҡортостан яугирҙәре менән бергә булырға теләгән егеттәр тураһында байтаҡ ишеткән бар. Һинең осраҡта нисек улай килеп сыҡты? – тип һорайым “Академик”тан. – Әлеге ваҡытта Владимир ҡалаһында йәшәйем. Ә уға тиклем 20 йылдан ашыу ата-әсәйем менән Ҡаҙағстанда көн иттек. Дуҫтарым араһында ҡаҙағы ла, башҡорто ла, татарҙары ла булды. Тыуғандан алып шул менталилетта үҫтем, миңә улар бик яҡын. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Владимир ҡалаһына күсергә тура килде. Икенсе мөхиткә эләктем. Енәйетте тикшереү системаһында эшләнем, аҙаҡ прокуратураға күстем. Шул осор махсус хәрби операция башланды һәм мин унда барыу тураһында уйлана башланым, – ти “Академик”. Билдәле булыуынса, Владимир ҡалаһы Мәскәүҙән 170 километр алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Ә ул МХО-ға барырға әҙерләнгән саҡта тап Мәскәүҙә һәм Башҡортостанда полктар булдырыла. “Академик” оҙаҡ уйлап тормай, ул Башҡортостан аша барырға ҡарар итә. – Баштан уҡ Башҡортостан йәки Татарстан аша барғым килде. Әлбиттә, Мәскәүҙә, баш ҡала булғас, түләмдәр ҙә күберәк тинеләр, ләкин минең рух буйынса яҡын кешеләр менән хеҙмәт иткем килде, шул мөһим ине. Күп уйлап та тормай Өфөгә билет алдым, ә документтарҙы Нефтекамала тапшырҙым. Күреүегеҙсә, пропискаһыҙ ҙа быны эшләп була, – тине ул. Әле “Академик”тың “Башҡортостан” полкында хеҙмәт итеүенә ярты йыл тулған. Ә мине уның позывнойы ҡыҙыҡһындырҙы. – Мин уҡырға яратам. Тәүҙә юриспруденция һәм граждандар хоҡуғы йүнәлеше буйынса уҡып, ҡыҙыл диплом менән бакалавриат тамамланым. Шунан енәйәт хоҡуғы һәм криминалогия белгеслеге буйынса магистратураға индем. Был уҡыу йорттары Мәскәүҙә һәм Томск ҡалаһында ине. Әле иһә аспирантурала, дүртенсе курста уҡыйым. Диссертация яҙам. Темаһы: “Енәйәт процессуаль эштә оператив эҙләү”. Барыһы ла яҡшы булһа, июндә уны яҡларға тейешмен. Ә инде махсус хәрби операция тамамланмаһа, академик ял алып, һуғыштан һуң яҡланасаҡмын. Пландарым барып сыҡһа, 29 йәшемдә академик булыр инем. Ә былай, нисек килеп сыға шулай булыр инде, – ти егет. Тормаш дауам итә Әлеге ваҡытта “Академик” комендат взводында хеҙмәт итә. Элекке эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре булараҡ, бында ул тыл райондарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Кешеләр менән күп аралашырға тура килә ти ул. Араларында төрлө уйлылар бар, шуға күрә ул һәр ваҡыт һаҡ. – Бында тормош дауам итә. Һуғыш барһа ла, беҙ артабан йәшәйбеҙ, эштәрҙе башҡарабыҙ. Тыныс тормоштағы кеүек үк егеттәр араһында төрлө контингент бар. Кемгәлер әҡлаҡи-психологик яҡтан ауыр, улар менән әңгәмәләр алып барабыҙ. Даими рәүештә патруллек итәбеҙ, караулдар, постарҙы тикшерәбеҙ. Бында периметр ҙур, шуға эш тә күп, – тип хеҙмәтенең асылына төшөндөрҙө егет. “Академик” бында үҙен өйҙәге – Ҡаҙағстандағы кеүек хис итәм, ти. Уға полктағы мөхит, егеттәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәре оҡшай һәм яҡын. Ул махсус хәрби операция тамамланғас, хатта Өфөгә күсеү тураһында ла уйлап ала. – Мине Владимирҙа әсәйем менән өләсәйем көтә. Әле өйләнмәгәнмен. Әсәйем шылтыратһа: “Башҡортостанға күсергә уйламаныңмы әле?” тип һорай. Уйлайым, тим. Беҙ ҙә һинең менән барабыҙ, тиҙәр. Әлбиттә, ғаиләмде үҙем менән күсерермен. – Һин шундай йәшһең. Полкта тиңдәштәрең күпме? Ҡарап торһаң, улар әҙерәк кеүек, – тип әңгәмәне дауам итәм. – Ысынлап та, тәүҙә бында башлыса өлкәнерәктәр килгән. Әммә һуңғы ваҡытта йәштәр ҙә бермә-бер арта башлаған. Улар өлкән ағайҙарына ҡарап өлгө ала, улар менән кәңәшләшә һәм килә. Ғөмүмән, ирҙәр араһында кәңәш-төңәш итеү көслө, айырыуса яу яланында. Минең менән дә, бында килгәс байтаҡ дуҫтарым, таныштарым һөйләште, кәңәш һораны һәм тиҫтәгә яҡын егет МХО-ға барырға ҡарар итте. Шулай булғас, сафтар даими тулыланып тора. Йәштәр ҙә бик күп, – ти ул. Ышанығыҙ! Көтөгөҙ! “Академик” әйтеүенсә, уның дуҫтары Владимир ҡалаһы, башҡа ҡала һәм өлкәләр аша киткән. Улар даими рәүештә үҙ-ара аралаша һәм шарттарҙы сағыштырып тора. Егетте Башҡортостандың үҙ яугирҙәренә ҡарата булған мөнәсәбәте шаҡ ҡатырған. – Бер ҡайҙа ла бындағы ише ярҙам юҡ. Республика етәксеһе шәхсән рәүештә был мәсьәләне үҙ контроленә алған, һәр кем тураһында хәстәрлек күрә. Һәр яугирҙе тыңларға, уға һәм уның ғаиләһенә ярҙам итергә әҙерҙәр. Гуманитар ярҙам тураһында айырым һүҙ. Нимә генә килмәй, бөтә нәмә етерлек. Өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа ҡулдарынан килгәнсә булышлыҡ итә. Улар яҙған хаттар ысын мәғәнәһендә ҙур ярҙам ул, – тине егет һәм ҡулындағы бер хатты уҡып ишеттерҙе. Уны 8-се класта уҡыған Самира исемле ҡыҙ яҙған. “Һаумы, ҡәҙерле һалдат! Һиңә үҙ ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуйып беҙҙе һаҡлағаның өсөн рәхмәт. Беҙҙең өсөн был бик ҡәҙерле. Барығыҙ ҙа иҫән-һау еңеү менән ҡайтырһығыҙ тип ышанам”, – тип яҙған ҡыҙ. Һалдат әйтеүенсә, бындай хаттар уларҙы һәр ваҡыт ҡыуандыра, көтөп алып уҡыйҙар. Республиканың яугирҙәргә булған ярҙамы, хәстәрлеге тураһында фекерен дауам итеп “Академик” башҡа төбәктәрҙән киткән иптәштәрем менән аралашам, унда беҙҙекеләй ярҙам юҡ тине. – Бер иптәш әйтә, Оборона министрлығы нимә бирҙе, шул кейем менән йөрөйбөҙ, ти. Ә беҙҙең республика министрлыҡтан тыш та, берәр комплект әйбер ебәрҙе, йәмәғәт ойошмаларынан, өйҙән күп нәмә килә. Бында ваҡ мәсьәлә юҡ, бөтәһе лә мөһим. Өйҙән ебәрелгән исемле посылкалар килеп етмәй ти, егеттәр. Ә беҙҙә бер ялыу ҙа юҡ, ваҡытында һәр нәмә етә. Ялға ҡайтыу айырым тарих. Башҡа өлкә егеттәренә билет бирәләр ҙә, нисек теләйһең шулай ҡайт, тиҙәр. Ә беҙҙә килеп алалар, өйгә тиклем алып барып еткерәләр. Баш ҡаланың үҙәк майҙанында тантаналы ҡаршы алалар, шулай уҡ оҙатып ҡалалар. Был сараларҙа республика етәкселеге үҙе ҡатнаша. Бер мәшәҡәтһеҙ генә ял итеп килә егеттәр. Бик ҙур хәстәрлек ул. Шуға күрә лә Башҡортостанда йәшәгем килә, – ти “Академик”. Әңгәмә һуңында егет тылдағыларға мөрәжәғәт итте: “Ышанығыҙ, көтөгөҙ. Берҙәм булығыҙ һәм һалдаттарға ярҙамды дауам итегеҙ. Шул саҡта беҙ үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ. Бындай хәстәрлек менән беҙ оҙаҡламай еңеп сығырбыҙ”, – тине. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуацион үҙәккә 122 йәки (347) 218-19-19-19, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында Телеграмда мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. В. УРАЗБАЕВ. Автор фотоһы.