Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уҡыусылар мәктәп ихатаһын йәшелләндерергә теләй

Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыларының һәр йәһәттән әүҙем, уҡыуҙа ла, спортта ла алдынғы булыуы күптән билдәле. Ошо көндәрҙә мәктәптә айырыуса йәнлелек тыуҙырған тағы бер сара үтте. Унда-бында төркөм-төркөм уҡыусылар нимәлер тураһында әңгәмәләшә, бәхәсләшә, плакаттар, презентациялар әҙерләй. Был йәнлелектең сәбәбе нимәлә тиһегеҙме? Бөгөн бит проект яҡлау конкурсы уҙғарыла. Эйе, беҙ тағы ла мәктәп инициатив бюджетлау проекттары конкурсында ҡатнашырға булдыҡ. Быйыл алты төркөм үҙ проекттарын тәҡдим итте. "Мәктәп оҫта ҡулдар бүлмәһе", "Релаксация бүлмәһе", "Заманса ял итеү бүлмәһе", "Мәктәп ихатаһын йәшелләндереү", "Шахмат мөйөшө", "Мәктәп ихатаһын төҙөкләндереү". Бындай эштәрҙе башҡарып, уҡыусылар эҙләнергә, маҡсат ҡуя белергә һәм берҙәм булырға өйрәнә. Үҙҙәре тырыш, берҙәм ун беренселәр үҙ проекты менән конкурста еңеү яуланы. Шулай булмай ни, проектты яҡлаған егеттәрҙең телдәре телгә йоҡмай. Улар киләсәктә күҙалланған мәктәп ихатаһының схемаһын һыҙған, бюджетты дөрөҫ итеп бүлгән, кәрәкле ҡоролмаларҙы эҙләп тә тапҡан. Афарин, ун беренселәр! Эштәрегеҙ уң булһын һәм ошо башланғыс менән республика кимәлендә еңеү яуларға яҙһын. Зарима Дәүләтҡужина, Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбе директоры урынбаҫары.