Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ғаилә йылы хөрмәтенә ғаилә эстафетаһы ойошторолған

“Бөгөн беҙҙең ауылда «Айыҡ ауыл» конкурсы һәм Бөтә Рәсәй «Рәсәй саңғыһы-2024» саңғы ярышы сиктәрендә традицион ҡышҡы ярыштар үтте”, – тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә Йылайыр районының Бәрҙәш ауылы биләмәһе башлығы Ирина Терентьева. Был көндө саңғы ярышына 50-гә яҡын ҡатнашыусы сыҡҡан. Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ярышта уңыштар, рух күтәренкелеге һәм байрам кәйефе теләп сығышынан һуң "Стартҡа!" командаһы яңғыраған. Спортсылар үҙ йәш төркөмдәрендә дистанцияларҙа көс һәм сыҙамлыҡ күрһәткән. Ярыштарҙа иң бәләкәй ҡатнашыусы Бәрҙәш ауылынан Герман Соколовҡа 9 йәш, ә иң олоһо Йылайыр ауылынан Байморатов Ғәфүр Айҙар улына 63 йәш. Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы хөрмәтенә ғаилә эстафетаһы ойошторолған, унда ике ғаилә – Николаевтар һәм Соколовтар көс һынашҡан. Сара йылы, дуҫтарса шарттарҙа үткән, ә музыкаль оҙатыу бөтәһенең дә кәйефен күтәргән. Ярышта ҡатнашыусылар өсөн ҡайнар сәй һәм төрлө тәмле ризыҡтар әҙерләнгән. Бөтә дистанцияларҙа еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдар һәм грамоталар менән бүләкләнгән. Әммә “Рәсәй саңғыһы-2024”-тең төп һөҙөмтәһе - бөгөн саңғыға баҫҡан һәр кем еңеүсе булып тора, сөнки ҡышҡы спорт байрамында һәм дуҫтарса аралашыуҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла төп наградаға – һаулыҡҡа аҙым яһаны, теләк, ихтыяр һәм батырлыҡ өҫтәне! Сығанаҡ: https://vk.com/id691257743