Ҡатын-ҡыҙҙы донъяға йәм һәм йәшәү бүләк итеүсе, сафлыҡ һәм баҫалҡылыҡ алиһәһе итеп күҙ алдына килтерергә күнеккәнбеҙ. Улар беҙҙең өсөн донъя тотҡаһы ла, тормош ғәме лә, күңелгә дәрт, сәм биреүсе лә. Әсә һөйөүе киң даръялай, илгә ауырлыҡтар килгәндә унан да хәстәрлерәк, зирәгерәк, изгерәк зат юҡтыр төҫлө. Ғафури районының Яңғыҙҡайын ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, етди ҙә, алсаҡ та ағинәйҙәре, егәрле еңгә-килендәре менән осрашып, төрлө һөнәрле һәм холоҡ-фиғелле аҫыл зат вәкилдәрен берләштергән төп ҡиммәтле сифатты барланыҡ. Был ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә сифат – яуаплылыҡ. Ил именлеге, балаларыңдың ғүмере, ейәндәреңдең киләсәге өсөн тауҙай яуаплылыҡ ғүмер буйы әсәләрҙең күңелендә йәшәй. Бөгөн ауыл мәҙәниәт йорто төп функцияларынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кәрәкле селтәр үреү майҙанына әүерелгән. Ҡатын-ҡыҙҙар ябай ғына эштәренең бик мөһимлеген, ғүмерҙәрҙе үлемдән һаҡлап алып ҡалыусы сара булыуын яҡшы белә. Шуға күрә йәше-ҡарты тигәндәй, гөрләп торған бинаға көн дә килеп, бер-береһен алмаштыра, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша. – Мин бөгөн икенсе көн генә эшләйем, башҡаларҙан өйрәнергә,эште үҙләштерергә тырышам. Селтәрҙе дөрөҫ үреү нескәлектәрен тәүҙә ирекмәндәр өйрәтте. “Родина “ совхозынан килеп, ҡыҙҙар тәжрибәләре менән бүлеште. Артабан да был эштә ярҙам итәсәкмен, – ти хаҡлы ялдағы Фәнүзә Фәйезова. – Ватан һағындағы егеттәребеҙгә аҙ ғына булһа ла ярҙамыбыҙ теймәҫме, тип йөрөйбөҙ. Бәлки тап беҙ үргән селтәрҙәр кемдеңдер ғүмерен аялар... Фәнүзә Әхәт ҡыҙы дүрт тиҫтәгә яҡын мәктәптә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән. Балаларҙы донъяны танып белергә, уҡырға-яҙырға, тыуған яҡты ҡәҙерләргә, Тыуған илде һөйөргә, кескәйҙәргә Ватандың нимә булыуын өйрәткән уҡытыусы шәкерттәре менән хаҡлы ғорурлана ала бөгөн. Ауылдаштарҙың әйтеүенсә, махсус хәрби операция башланыу менән үҙҙәре теләп Ватанды һаҡлауға күтәрелгән, Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән егеттәр Яңғыҙҡайында ла байтаҡ. “Ауылыбыҙҙан ғына һөлөк кеүек 12 егетебеҙ алғы һыҙыҡта бөгөн, ә ҡалала йәшәгән ауылдаштарыбыҙҙы ла ҡушһаң, ике тиҫтәгә тула”, – ти ҡатын-ҡыҙҙар, ҡыйыу яҡташтары менән ғорурланып. Танышыбыҙ Венера Мостафина ғаиләһе менән Себерҙә утыҙ йыл йәшәгәндән һуң Яңғыҙҡайынға ҡайта. Хәҙер инде уларҙың бында донъя көтөүҙәренә лә ун йыл ваҡыт уҙған. Балаларының дүртеһе лә тормошта үҙ юлын табып, төрлө тарафтарҙа эшләп йөрөй. Ун ейәне, бер бүләһе булған өләсәйҙең уй-фекере бер – донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, яугирҙәребеҙ имен-аман еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын. Шуға күрә Венера Сәхиулла ҡыҙы көн дә тиерлек ауыл мәҙәниәт йортонда яугирҙәр өсөн селтәр үреүҙә әүҙем ҡатнаша. ”Ауылдаштарыбыҙҙың берҙәмлеге шатландыра. Селтәр үреү өсөн станокты ауыл советы эшләп бирҙе. Тәүҙә материалдар менән “Родина” совхозы ярҙам итте. Халыҡтан да байтаҡ аҡса йыйылды. Хаҡлы ялдағы ауылдаштарыбыҙ көн дә ошо мәҙәниәт йортонда, кемдер селтәр үрә, кемдер гуманитар ярҙам туплай... Исемле посылкалар ҙа әҙерләйбеҙ”, – ти Венера Мостафина. Мәҙәниәт йортоноң бер яғында ҡатын-ҡыҙҙар, доғалар уҡып, алғы һыҙыҡтағы улдарына, ирҙәренә, туғандарына теләктәр әйтеп, ғүмерҙәрҙе һаҡлаусы ҡалҡан – селтәр үрһә, икенсе яғында “Мираҫ” халыҡ театрының үҙешмәкәр артистары драматург Флорид Бүләковтың “Әбейҙәргә тағы ни етмәй?” трагик-комедияһын әҙерләү менән мәшғүл. Селтәр үреүсе егәрле ағинәйҙәрҙең дә унда ҡатнашыуын белдек. Тормош дауам итә, тимәк... Ғафури районы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.