“Красноусол” шифаханаһының генераль директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов "Атайсал" республика проекты сиктәрендә Ғафури районы уҡыусыларына 42 пар саңғы, саңғы аяҡ кейеме һәм таяғы бүләк иткән. Саңғылар Ҡауарҙы, Красноусол, Имәндәш һәм Йөҙимән ауылдары мәктәптәренә тапшырылған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Атайсал" йәки "Бәләкәй Ватанға ярҙам ит!" программаһы республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров башланғысы менән ойошторолдо. “Мәктәптәрҙә ҡыш көнө уҡыусыларға тулы дәрестәр үткәреү мөмкинлеге булмай – саңғы юҡ ине. Һәр дәрескә өйҙә булған саңғыларҙы мәктәпкә алып килеү – балалар өсөн ауыр йөк. Шулай уҡ һәр ғаилә балаһына саңғы комплекты һатып ала алмай. Уҡыусылар саңғыла шыуырға ярата. Был ҡышҡы спорт төрөн нисек яратмаҫҡа? Саңғыла шыуыу иммунитетты нығыта, ысын ләззәт килтерә, кәйефте күтәрә. Физкультура дәрестәрендә саңғыла шыуыу ҡышҡы айҙарҙа балаларҙың саф һауаға һәм ҡоя
Депутат район уҡыусыларына 42 пар саңғы бүләк иткән
11 февраля 202411 фев 2024
1 мин