“Әбйәлил районында йәшәгән был сағыу һәм йәнле ҡыҙ тураһында барыһы ла беләлер. Алина Ғәлиуллина 19 йәшенән “Ҡыҙыл Башҡортостан” ауыл хужалығы предприятиеһында тракторсы булып эшләй. Һөнәрҙе үҙе, икеләнмәйенсә һайлай, сөнки был һөнәр тоҡомдан килгән. Олатаһы, атаһы, өлкән ағаһы — бөтәһе лә тракторсылар! Ҡыҙ Баймаҡ колледжын тамамлағандан һуң, #минтрудрб мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә һәм эш эҙләүселәргә маҡсатлы социаль ярҙам программаһында ҡатнаша. Социаль килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң, эш тә табыла, эшкә урынлашҡас тәүге айҙарҙа тойолорлоҡ финанс ярҙамы ла ала. Алина “Ҡыҙыл Башҡортостан”да сентябрҙән алып эшләй. Эшен ул ярата һәм түҙемһеҙлек менән яҙҙы көтә. Әлеге мәлдә йәш тракторсы бригадаһы менән сәсеү эштәренә әҙерләнә: техниканы йүнәтеүҙә ҡатнаша”, - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Ленара Иванова. Әйткәндәй, былтыр республикала 1927 кеше эш эҙләү буйынса социаль контрактҡа ҡул ҡуйған. Улар эшкә урынлашҡас, дәүләттән яҡынса 55 мең һум аҡса алалар. Быйыл программаны тормошҡа ашырыу дауам итә. 1 ғинуарҙан эшкә һәләтле йәштәге кешеләргә мөмкинлектәр ҙә артҡан. Мәҫәлән, социаль килешеү буйынса эшкә урынлашҡан түләүҙәр күләме артҡан һәм 14 991 һум тәшкил итә. Әле #социальныйконтракт программаһында ҡатнашыусыларға эшкә урынлашҡас дөйөм алғанда 60 мең һум самаһы аҡса биреләсәк. Фото һәм видео Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.