Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юҡҡа ғына уларҙы ”ҡояш балалары” тип йөрөтмәйҙәр

Беҙҙе бында көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡтар кеүек ҡаршыланылар. Бер юлы телевидение һәм республика гәзите хәбәрселәренең “Өмөт нуры” менән танышырға килеүенә әсәләр һәм педагогтарҙан бигерәк балалар үҙҙәре нығыраҡ шатланған кеүек. Юҡҡа ғына уларҙы ”ҡояш балалары” тип йөрөтмәйҙәр, йөҙҙәренән йылмайыу китмәгән, асыҡ, саф күңелле ҡыҙ һәм малайҙар беҙҙе күмәкләп уратып, ҡосаҡлап алды, ижад иткән ҡул эштәре менән таныштырҙы. “Бөгөн шундай күңелле көн! Рәмзил Әмирхановҡа 10 йәш тулды. Бәләкәй булһа ла юбилей! Уны ҡотларға хатта фондҡа класташтары килде, ә әсәһе Гөлдәр улар өсөн киноға поход ойошторҙо!”– сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ойошторолған фондта бындай шатлыҡлы ваҡиғалар булып ҡына тора. Бөгөн Рәмзилгә бик матур теләктәр әйтелде, бүләктәр тапшырылды, малайҙы бер башҡа үҫтереп ебәрҙеләр. Балаға бәхетле булыу өсөн күп тә кәрәкмәй икән. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар – айырым категория, башҡа һау балалар кеүек рәхәтләнеп йәшәргә, уҡырға, уйнарға ҡамасаулаған физик, психик йәки сенсор үҫешендә төрлө тайпылыштарға дусар. Улар өсөн айырым шарттар, уҡыу барышында һәм көндәлек тормошта ярҙам, терәк кәрәк.”Өмөт нуры”нда тап ошондай ҡыҙ һәм малайҙар менән танышып, уларҙы әсәләре һәм педагогтарының нисек ҡурсалауы, ниндәй шөғөлдәргә өйрәтеүе, бәләкәй генә йөрәктәренә матурлыҡ, һөйөү тойғолары һалыуы менән таныштыҡ. Ғәйәт ҙур ата-әсә мөхәббәте һәм хеҙмәте талап ителә бындай статуслы кескәйҙәрҙе тәрбиәләү, йәмғиәткә ылыҡтырыу һәм йәшәргә көс биреү өсөн. Таныштарыбыҙҙың береһе Айгөл Солтанова тап шундай ихтыярлы, балалар ғәме, күңел донъяһы менән йәшәүсе дүрт бала әсәһе. Өлкән ҡыҙы Илмираға 31 йәш, үҙе ике бала әсәһе инде. Улы Айрат та өйләнгән, өс балаға атай булған. Коми республикаһында вахта ысулы менән эшләй. Ҡыҙы Алһыу медицина колледжында белем ала. Кесе ҡыҙы Азалияға туғыҙ йәш һәм ғаиләнең бөтә тормошо уның тирәләй әйләнә, һәр кем уның тормошон сағыу буяуҙарға байытыу, тирә-яҡ донъяны танытыу өсөн үҙ өлөшөн индерә. “Ирем Марат бөтә йәһәттән дә ныҡлы терәк. Умартасы ла, балта оҫтаһы ла, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Балаларын ихлас яратҡан, ярҙамсыл атай ҙа, – ти Айгөл Солтанова. – Ҡыҙыбыҙ Азалия өсөн, ғөмүмән, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән һәр бала өсөн барыһынан алда ата-әсәнең тәрән һөйөүе мөһим. Йәшермәйем, үҙенсәлекле сабый донъяға килеүе – ғаилә өсөн ҙур тетрәнеү, хәүефле билдәһеҙлек. Ошо ауыр хәлде ҡабул итә белеү үҙе батырлыҡ. Паникаға бирелергә, үҙеңде ғәйепләргә ярамай. Ата-әсәнең һөйөүе мөғжизәләр яһай ул, нисек кенә ҡыйын булмаһын, был хәлде ҡабул итә белергә кәрәк. Мин дә күндем, хәлде ҡабул иттем һәм шул мәлдән үҙемдә еңеллек тойҙом. Хәҙер ҡыҙым менән нимә генә эшләмәйбеҙ, йырлайбыҙ, бейейбеҙ, бассейнға йөрөйбөҙ, ҡул эштәре менән мәшғүлбеҙ. Көн һайын тиерлек ошо “Өмөт нуры” фондына киләбеҙ, балалар һәм әсәләр өсөн бик уңайлы аралашыу, кәңәшләшеү урыны ла ул. Балалар өсөн тегеү оҫтаханаһы бар, буш ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн түшәк кәрәк-яраҡтары, таҫтамалдар тегәбеҙ. Балалар менән төрлө шөғөлдәр үҙләштереүҙән тыш, күмәкләп сәй эсәбеҙ, үҙеңде нисек тоторға, этикет ҡағиҙәләренә өйрәтәбеҙ. Йәмғиәттә социализация тигән төшөнсә ҙур әһәмиәткә эйә. Бер малай фондҡа килеп, тиҫтерҙәре менән аралаша торғас, һин дә мин һөйләшә башланы. Күңеле асылып китте, һәр бүләк өсөн шатлана, рәхмәтле була белә. Беҙ бына ошондай бәләкәй генә аҙымдарыбыҙға шатланып йәшәйбеҙ. Минең ете йәшлек ейәнсәрем бар, Азалия уның менән уйнарға, үҙен өлкән апай булараҡ тоторға, ярҙамлашырға ярата, быға шул тиклем ҡыуанам. Ә бит тәүҙә, ысынлап та, ауыр ине. Иртән нисек йыуынырға өйрәтергә? Нисек кейенергә? Ҡалаҡты нисек тоторға? Ҡайнар аш-һыуға нисек бешмәҫкә? Бөтәбеҙгә лә бик ябай тойолған күнекмәләрҙе уларға үҙләштереү анһат түгел, әммә мөмкин”. Табиптарҙың әйтеүенсә, ҡайһы саҡ балалағы тайпылыштарҙы асыҡлауы еңел түгел, сир билдәләре айырым шарттарҙа ғына сағылыуы ихтимал. Әммә сабыйҙың өҫтәмә диагностикаға һәм ярҙамға мохтажлығына күрһәткән ҡайһы бер дөйөм билдәләр бар. Мәҫәлән, баланың һуң йөрөй, һөйләй, яҙа башлауы; төҫтәрҙе, формаларҙы, өндәрҙе айырмауы; хәтере, иғтибары, фекерләүе юҡлығы; телмәре үҫешмәүе, аралашырға яратмауы; йыш илауы, ҡурҡыуы, үҙ-үҙенә бикләнеүе һ.б. Белгестәргә ваҡытында мөрәжәғәт итеү ҡайһы бер ауырлыҡтарҙы тиҙерәк еңергә ярҙам итәсәк. Ата-әсәләр йәки яҡындары тарафынан эмоциональ ярҙам һәм һөйөү тойғоһо тоймаған кескәйҙәргә йәмғиәттә йәшәүгә яраҡлашыу тағы ла ауырыраҡ. Сәләмәтлек мөмкинлектәренең сикләнеү сәбәптәре төрлө булһа ла, уларҙың барыһы ла баланың үҫешенә һәм тормош сифатына тәьҫир итә. Шуға күрә тайпылыштарҙы ваҡытында асыҡлап, кескәйҙәргә тейешле медицина, психологик һәм социаль ярҙам күрһәтеп кенә, уларға бәхетле бала саҡ һәм ышаныслы киләсәк бүләк итергә мөмкин. Педагогтар фекеренсә, кескәйҙәрҙең көслө яҡтарын үҫтерергә,үҙ-үҙен яратырға, хөрмәт итергә өйрәтеү үтә мөһим. Ғаиләлә йылы мөхиттә, һөйөүгә солғанып үҫкән бала үҙен һәр ерҙә ышаныслы, таяныслы тоясаҡ. Айгөл Солтанова балалар менән шөғөлләнгән педагогтарға, түңәрәк етәкселәренә, ағинәйҙәргә ысын күңелдән рәхмәт белдерә. Әлиә Шәйәхмәтова һәм Зәйтүнә Фәтиеваның ниндәй ҙур түҙемлек менән оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүенә һоҡлана. ”Улар балаларыбыҙға яратҡан һөнәрҙәрен һайларға юл аса. Ҡыҙҙарыбыҙ бына тигән ҡул эштәре оҫталары, алтын ҡуллы хужабикәләр булып үҫәсәк”, – тип һөйөнә әсә. Рәсәй Президенты гранттары фондында еңеү яулаған ике проект ярҙамында Ғафури районының “Өмөт нуры” инвалидтарҙы яҡлау фонды үҙе өсөн яңы офоҡтар асҡан. Массаж, кулинария, дефектолог һәм логопед кабинеттары, тренажер һәм спорт-музыка залдары балаларҙың бәхетле тауыштары менән тулы бөгөн. 2024 йылдың Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек йылы итеп исемләнеүен “Өмөт нуры” фонды ла ҙур өмөттәр бағлап ҡаршы алған. Иҫке санитария-эпидемиология бинаһын тәртипкә килтереп, ошонда балалар өсөн ышаныс утрауы тыуҙыра алған ата-әсәләр бейеү, уйындар, мауыҡтырғыс түңәрәктәр ойошторорлоҡ, тоҙ шахтаһы булдырырлыҡ иркен бина тураһында хыяллана. Уй-хыялһыҙ йәшәй алмай “Өмөт нуры”, бары ул ғына ҙур бер маҡсат эргәһенә туплау көсөнә эйә. Динә Арыҫланова. Ғафури районы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.