Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Зилдә Мәүлетованың һөйкөмлө аждаһалары

Яңы йылды ҡаршылағанға ҡасан, аждаһалар тағы ниңә кәрәк булды икән, тип аптырамағыҙ) Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса, Йәшел ағас аждаһа йылы тап бөгөн башланды. Быға ҡәҙәр, тимәк, Ҡуян йылы барған була әле. Ҡытай халҡы өсөн был Яңы йыл рәсми рәүештә билдәләнгәненә ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк. "Бәйләнештә"лә оҫта ҡуллы Зилдә апай Мәүлетованың йәтеш кенә уйынсыҡ аждаһаларын күреп һоҡланғайным. Оҫтабикәнең рөхсәте менән уларҙы һеҙгә лә тәҡдим итергә булдыҡ. Ҡарағыҙсы, ниндәй һөйкөмлө генә йыл символдары! Зилдә апай уларҙы ырғаҡ менән дә бәйләгән, тегеп тә эшләгән. Ғөмүмән, ул ҡул эштәре менән булырға ярата. 36 йыл ғүмерен мәктәпкә арнаған ветеран уҡытыусы хәҙер хаҡлы ялда. Зилдә апай тормош иптәше менән Учалы районы Мишкә ауылында ғүмер итә. Ике ҡыҙ, бер ул үҫтергәндәр. Улдары 2022 йылдың көҙөнән инде махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Беҙ әңгәмәләшкәндә, улы ялға ҡайтып сикһеҙ ҡыуаныс кисергән ваҡыты ине әсәнең. Ғәзиздәренең имен-һау көйө бөтөнләйгә әйләнеп ҡайтыуын уның ғаиләһе менән бергә түҙемһеҙләнеп көтә ата-әсә. Яугир әсәләренең, аталарының барыһына ла улдарын көтөп алырға, артабан ҡыуаныста ғына йәшәргә насип булһынсы! Ҡытай йондоҙнамәһе буйынса бөгөн башланған Аждаһа йылы донъяларға тыныслыҡ алып килһен! Рәүилә Ғатауллина. фотолар - Зилдә Мәүлетованың шәхси альтбомынан.