Фотоһүрәттәге нескә, ихлас, алсаҡ ҡатындың иңдәрендә ниндәй йөк ятҡанын белһәгеҙ икән?! Иң тәүге иғтибар кителгә лә, миҙалдарға ла түгел, ә күҙҙәргә төшә. Кейеменә ҡарап, уның хәрбиҙәргә булған ҡатнашлығы күренә. Эйе, ул яугир ҡатыны. Әммә был күҙҙәрҙә һағыш, ҡурҡыу, баҙап ҡалыу кеүек хистәрҙең күләгәһе лә юҡ. Тик ышаныс, ирен һуғыштан көткән ҡатын-ҡыҙға, әсәгә генә хас ғорурлыҡ һәм сабырлыҡ. Бөгөнгө геройыбыҙ – “Ватан яугирҙәре ғаиләләре” комитеты етәксеһе, офицер ҡатыны һәм илебеҙҙең ысын патриоты Эльвира Мацкевич. Эльвира, комитет тураһында ентекләберәк һөйлә әле? Кемдәр эшләй унда? – Беҙҙең комитет илдә 2022 йылда булдырылды. Махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итте һәм, ошондай йәмәғәт ойошмаһы булдырыуҙы һораны. Тәүҙә ул федераль кимәлдә барлыҡҡа килә, 2023 йылдың апреленән Башҡортостанда ла эшләй башлай. Хәҙер иһә илдең бөтә 89 төбәгендә лә бар. Беҙҙең активта тиҫтә самаһы кеше. Уларҙың бөтәһе лә яугирҙәрҙең туғандары – әсәләре, ҡатындары, тол ҡатындары, аталары, апалары һәм балалары. Шулай уҡ беҙҙең комитеттың активына “Ышаныслы тыл” тип аталған фонд та ҡушылды һәм бергә эшләйбеҙ. Улар – ирле-ҡатынлы ирекмәндәр, гуманитар ярҙам йүнәлеше менән шөғөлләнәләр. – Әлеге ваҡытта илдә лә, республикала ла хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләре ағзаларына булышлыҡ иткән ойошмалар күбәйҙе. Һеҙҙеке нимә менән шөғөлләнә? – Беҙҙең эшмәкәрлек төп дүрт йүнәлеш буйынса алып барыла. Беренсеһе, яугирҙәр һәм уларҙың туғандарының мөрәжәғәттәрен эшкәртеү. Ошо көнгә тиклем 10 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәртелде, тимәк һәр кемгә яуап бирелде һәм ярҙам күрһәтелде. Икенсеһе, патриотик проекттарҙы тормошҡа ашырыу. Мәҫәлән, беҙҙең комитеттың бер нисә проекты бар: “Герой ҡатыны”, “Герой әсәһе”, “Геройҙар аллеяһы”, “Хәтер китабы”. Өсөнсө йүнәлеш, мәғлүмәт биреү һәм интернет киңлегендәге эш. Был бик көнүҙәк тема, дөрөҫ мәғлүмәткә ихтыяж ҙур. Беҙҙең Телеграмда һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендә каналдарыбыҙ, чаттарыбыҙ бар. Уларҙа яугирҙәр үҙҙәре лә, уларҙың ғаилә ағзалары ла ултыра. Үҙ юрисыбыҙ бар, башҡа белгестәрҙе йәлеп итәбеҙ. Кешеләр төрлө ярҙам һорай, яҙа, шылтырата. Беҙҙең актив тиҙ арала мөрәжәғәттәрҙе эшкәртә һәм ярҙам күрһәтә. Был эш сиктәрендә “Үҙ һөйләшеүебеҙ” тигән проект булдырҙыҡ. Айына ике тапҡыр белгестәр саҡырып, тура эфирҙа аралашыу ойошторабыҙ. Бының өсөн мөрәжәғәттәрҙең статистикаһын өйрәнәбеҙ һәм айырым бер осорҙа кешеләрҙе иң нығы ниндәй проблемалар борсоғанын тикшерәбеҙ ҙә, тап шул өлкәнән белгес саҡырабыҙ. Мәҫәлән, балалар пособиелары, аныҡ ярҙам саралары, психолог кәңәштәре һәм башҡалар. Әйткәндәй, психологик ярҙамға мохтажлыҡ ҙур. Ул яугирҙең үҙенә лә, уның ғаиләһенә лә кәрәк. Дүртенсе йүнәлешебеҙ, әхләҡи яҡтан ауыр булған тема, юғалған яугирҙәрҙе эҙләү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булғандарҙы ла эҙләргә тура килә. Кемделер госпиталдә табабыҙ. Араларында, ни бары бәйләнешкә сыға алмағандар ҙа осрай. Нисек кенә булмаһын, ғаиләләр борсола. Ә беҙҙең бәйләнештәр күп. Урындағы ирекмәндәр, хәрби частәрҙең кадр бүлектәре, госпиталдәр менән бәйләнеш бар, улар беҙгә ярҙам итә. – Комитет ағзалары был тиклем эште нисек башҡарып өлгөрә һуң? – Беҙ йәмәғәт ойошмаһы. Һәр кемдең үҙ эше, үҙ тормошо бар. Эшмәкәрлек күп ваҡытты, көстө алһа ла, бер кем дә зарланмай. Ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итә. Башлыса, эш кис башлана. Кешеләр эштән ҡайта һәм беҙгә мөрәжәғәттәр яҙа, аһ-зарҙары менән уртаҡлаша башлай. Төнгө 12, бергә тиклем дә ултырабыҙ. Быны үҙебеҙ һайлағанбыҙ, барыһы ла ихлас эш итә. Ошо ваҡытҡа тиклем ярайһы уҡ тәжрибә тупланды. Мөрәжәғәттәрҙе тиҙ эшкәртергә өйрәндек. Иң тиҙе 10 минут эсендә яуап табып, хәл итәбеҙ. Айҙарға һуҙылған мөрәжәғәттәр ҙә була. МХО-ға ҡатнашлығы булған кешеләрҙе бер үк темалар борсой: ярҙам саралары, пособиелар, түләмдәр, юридик, психологик ярҙам, утын, бесән килтертеү һәм башҡалар. Ғаиләләр шуны белһен ине: беҙҙә ярҙам саралары эшләнгән, тик уларҙы алыу өсөн ғариза биреү мотлаҡ. Һорамайынса бер кем дә килтереп бирмәй. Шуға күрә теге йәки был ярҙам кәрәк икән, ғариза яҙығыҙ, талап итегеҙ. Әгәр ниндәйҙер сәбәп буйынса баш тарталар икән, был саҡта инде беҙ тикшерәбеҙ һәм булышлыҡ итәбеҙ. Ғәҙәттә, ни бары документтар етмәгән, йәки дөрөҫ булмаған урынға мөрәжәғәт иткән булып сығалар. Юридик ярҙам даими күрһәтелә, үҙебеҙҙең юрисыбыҙ бар тинем. Уны яллар өсөн беҙ Башҡортостан Башлығы грантын оттоҡ. Шуныһы, беҙҙең барлыҡ ярҙам кешеләр өсөн бушлай. Гуманитар ярҙам буйынса мөрәжәғәттәр байтаҡ. Бында беҙгә “Ышаныслы тыл” фонды ярҙам итә. Яугирҙәр ҙә, уларҙың ғаилә ағзалары ла мөрәжәғәт итә. Нимәлер алып барыр кәрәк, нимәлер етмәй – был мәсьәләне лә хәл итәбеҙ. Беҙҙең аша ебәрелгән әйберҙәр мотлаҡ кешегә барып етә, шуға күрә комитетҡа ышаналар һәм киләләр. Дөйөмләштереп шуны әйтергә була: беҙ бөтәһен дә берләштереүсе һәм эште көйләүсе ойошма. Власть органдары, йәмәғәт ойошмалары, яугирҙәр һәм халыҡ – барыбыҙ ҙа бер ҡаҙанда ҡайнашабыҙ. – “Герой ҡатыны” проекты бик матур килеп сыҡҡан. Ул нисек барлыҡҡа килде? – Ул федераль проект. Башҡортостан да тәүгеләрҙән булып ҡушылды. Проекттың идеяһы матур – һуғышта йөрөгән ирҙәр генә түгел, уларҙы көткән, балаларын тәрбиәләгән, ышаныслы тыл булдырған ҡатындар ҙа геройҙар. Өфөлә башлап ҡарағайныҡ, райондар хуплап алды һәм ихлас ҡушылды. Тәүҙә идея тыуҙы, беренсе фотолар эшләнде. Уларҙы интернетта күргән бер фотограф ҡыҙ яҙып, үҙенең ярҙамын тәҡдим итте. Аҙаҡ уның визажист-әхирәте килеп сыҡты. Шулай яйлап команда тупланды. Был ҡыҙҙар эштәре өсөн аҡса алмай. Ҡатындарҙы матур итеп биҙәндереп, кейендереп профессиональ рәүештә фотоға төшөрәләр. Райондарҙа ла шул хәл. Унда хатта хакимиәт башлыҡтары ла ярҙам итә. Проект ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерҙе. Бик хисле килеп сыҡты. Бөгөн унда 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Һүрәттәр күргәҙмәләрҙә ҡуйыла башланы. Маҡсатыбыҙ – ҙур итеп республика күргәҙмәһе ойоштороу һәм уны күсмә итеп һәр районға һәм ҡалаға алып барыу. – Төп эшем бар тиһең. Бәләкәй бала тәрбиәләйһең. Нисек ваҡыт етә? Был йәмәғәт эшмәкәрлеге һиңә ни өсөн кәрәк? – Был ябай эш түгел, ә тормош, бөгөнгө ысынбарлыҡ. Беҙҙең ирҙәр, яҡындар унда. Комитет үҙенең эшмәкәрлеген Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау минисрлығы менән берлектә алып бара. Министрлыҡ комитет булдырыу идеяһын әйтте һәм етәксе булырға тәҡдим яһаны. Тәүҙә риза булманым, сөнки бының ҙур яуаплылыҡ икәнлеген аңлай инем. Федераль компанияла эшләйем, унда бүлек етәксеһемен, бәләкәй улым бар тинем. Тәүҙә комитеттың активына индем, аҙаҡ осраша торғас, етәксе булырға тура килде. Беҙ һәр ваҡыт яңыға өйрәнәбеҙ, уҡыйбыҙ, белемдәребеҙҙе камиллаштырабыҙ, мәғлүмәт эҙләйбеҙ һәм табабыҙ, кешеләр менән аралашабыҙ. Мин берәй эш башлаһам, уны илке-һалҡы ғына алып бара алмайым, бар көсөмдө һалам. Шуға күрә яуаплылыҡты аңлайым һәм бик тырышабыҙ. Әле һөҙөмтә күренә. Беҙгә кешеләр ҙә, власть органдары вәкилдәре лә ышана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән дә осраштыҡ, эшмәкәрлегебеҙҙе аңлаттыҡ. Ул беҙгә бер һүҙһеҙ ярҙам итә. Республиканың ведомство-ара комиссияһына индек. Радий Фәрит улы мине Йәмәғәт палатаһына ағза итеп тәғәйенләне. Быны ҙур ышаныс билдәһе тип ҡабул итәм. Район хакимиәттәре башлыҡтары ла беҙҙе һәр саҡ тыңлай, ярҙам итә, саралар ойоштороуҙа булышлыҡ күрһәтә. Беҙ бит райондарға ла сығып осрашыуҙар үткәрәбеҙ, күргәҙмәләр ойошторабыҙ. – Ирең хәрби кеше тинең. Уның тураһында һөйлә әле. – Иптәшем хәрби офицер, 17 йыл армияла хеҙмәт итә. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә. 2022 йылдың апрелендә тәүге тапҡыр барғайны, ҡаты йәрәхәтләнеп ҡайтты. Хатта аяғын ҡотҡарып булмаҫ тигән хәүеф тә булды, тик табиптар уны тиҙ арала аяҡҡа баҫтырҙы. Реабилитация үтергә кәрәк ине, сатанлап йөрөнө. Әммә ул саҡ ҡына үҙенә килде лә, тағы МХО биләмәһенә сығып китте. Унан иһә сатанлалауы бөтөп ҡайтып инде (йылмая). Ирем үҙе әлеге ваҡытта Алкиндағы хәрби частә хеҙмәт итә. Был беҙҙең дүртенсе хеҙмәт урыны. Үҙебеҙ сығышыбыҙ менән Пенза ҡалаһынан. Ҡурған өлкәһе, Алтай крайы, Кемерово өлкәләрендә хеҙмәт итте быға тиклем. Ә мин улым менән уның артынан йөрөйөм. Улыбыҙға ете йәш тулды, Егор. Исемде ирем “Офицеры” киноһын ҡарап ҡушты. Ғөмүмән, ул бәләкәйҙән хәрби булырға хыяллана. Тәүге тапҡыр Пензалағы артиллерия институтына инә алмай, бик борсола, шулай ҙа аҙаҡ маҡсатына өлгәшә. Беҙ танышҡан саҡта ул бишенсе курс курсанты ине. – Хәрби кешегә кейәүгә сыҡҡанға үкенеү юҡмы? – Үкенмәйем. Барыһын да белеп, аңлап сыҡтым. Әлбиттә, һуғыш булыр тип бер кем дә уйламаны. Йәш саҡта матур форма, етди хәрбилек ҡыҙыҡтыра ине. Ҡатындары көтә, ярата, сабыр итә белә. Романтика! Ҡалалар, частәр буйлап күп күстек, хәҙер илдең төрлө мөйөшөндә дуҫтар бар. Улар һәр ваҡыт уҡыуҙар үтте, тик ысын алышҡа барырҙар тип көтмәгәйнек. Үҙебеҙ ошондай шарттарҙа йәшәр, балалар һуғыш шаһиты булыр, ирҙәр унда китер тип уйламаныҡ. Тик бындай ил өсөн ҡатмарлы осорҙа ла йәшәргә өйрәндек. Тәүҙә улыма бик һөйләмәй инем, әммә ғаилә дуҫы һәләк булғас, әйттек. Ул барыһын да аңланы. Атаһын һәм башҡа яугирҙәре ысын герой тип иҫәпләй һәм ғорурлана. – Иптәшегеҙ яуҙа саҡта борсолаһығыҙмы? – Миңә борсолорға ярамай. Был хисте барыһы ла яҡшы булыр тигән ышаныс менән алмаштырҙым. Әгәр борсола, сабырһыҙлана башлаһам, был хәлем янымдағыларға күсәсәк. Әлбиттә, үҙем генә саҡта илап та алам, ауыр ҙа була. Әммә бер кемгә лә күрһәтмәйем. Мин илап ултырһам, балам тыңғыһыҙланасаҡ, иремә тыныс булмаясаҡ. Ҡатын булараҡ, уға ышаныслы тыл булдырырға тейешмен. Өйҙә барыһы ла яҡшы икән, ирҙәребеҙ яу яланында тыныс ҡына үҙ эшен башҡарасаҡ. Мин үҙемдең бар борсолоуҙарымды хәрәкәткә, эшмәкәрлеккә йүнәлтергә өйрәндем. Һәм күп ҡатындар шулай. Кемдер өйҙә илап ултыра, ә кемдер ауыл клубына барып селтәр үрә, туҡмас ҡырҡа, ойоҡ бәйләй. Беҙ шулай итеп бергәләп дөйөм еңеүҙе яҡынайтабыҙ! Әлбиттә, беҙ еңәсәкбеҙ, бында бер шик тә юҡ. Ошолай бергә тыл менән уны яҡынайтһаҡ, ул тағы ла ҡәҙерлерәк булыр ине. Ә комитетҡа килгәндә, беҙҙең арала тол ҡатындар ҙа, улдарын юғалтҡан әсәләр ҙә бар. Улар бар донъяға үпкәләп, депрессияға бирелеп ултырмай, ә башҡаларға ярҙам итә. – Үҙең Пензанан тинең. Күп ерҙә йәшәгәнһең. Башҡортостан ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы? – Бик оҡшай республикағыҙ. Кешеләре, тәбиғәте, мөхите менән. Ә икенсе яҡтан, Башҡортостан әлеге ваҡытта бар илгә өлгө күрһәтә. Беҙҙәге кеүек ярҙам саралары бер төбәктә лә юҡ. Быны мин күп төбәктәр менән бәйләнештә булған кеше булараҡ ҙур ышаныс менән әйтә алам. Егеттәр ҙә ысын патриоттар, батальондар төҙөлә, илебеҙҙе һаҡлар өсөн китәләр. Гуманитар ярҙам тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Әлбиттә, күп нәмә иремдең хеҙмәтенән торасаҡ, әммә мөмкинлек булһа, мин ошонда төпләнер инем. Әңгәмә һуңында шуны әйткем килә: оҙаҡламай беҙ еңербеҙ, илебеҙгә тыныслыҡ килер. Ләкин беҙҙең комитет эшмәкәрлеген туҡтатмаясаҡ. Артабан да хәрбиҙәр менән эш, патриотик тәрбиә, хәтерҙе мәңгеләштереү, төрлө ярҙам күрһәтеү дауам итәсәк. Ә әлегә еңеүҙе яҡынайтыу өҫтөндә эшләйек. Фото геройҙың шәхси архивынан.