Йәш быуындың һәләтлегенә таң ҡалырлыҡ. Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының 1-се гимназияһында белем алыусы шайморатовсылар менән күрешеүҙән дә матур тьҫораттар алып ҡайттыҡ. Был уҡыу учреждениеһына директор Ленара Мифтахова етәкселек итә. 6"А" класында уҡыусы шайморатовсылар төрлө яҡлап үҫешкән. Сәнғәт мәктәбенә, спорт түңәрәктәренә лә йөрөргә өлгөрәләр, төрлө патриотик сараларҙың да улар әүҙем ҡатнашыусылары, төрлө конкурстарҙа ла урындар яулайҙар. Оҫта баянсы Вадим Төхвәтуллин – иң һәләтле үҫмерҙәрҙең береһе. Ул биш йәштән баянда уйнай. Атаһының, әсәһенең, бер туған ағаһының был музыка ҡоралында уйнауҙары ла унда баянға ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр. Уҡыуҙа ғына түгел, һәр яҡлап һәләтле Вадимға һәм уның класташтарына киләсәктәренең уңышлы булыуын теләйбеҙ. Тулы мәҡәләне гәзиттә уҡырһығыҙ. Автор фотоһы һәм видеоһы.