Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан менән Беларусь төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Рәсми делегацияның Беларусь Республикаһына сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән “Гәзит ҡағыҙҙары заводы” республика етештереү унитар предприятиеһы (РУП “Гәзит ҡағыҙҙары заводы”, Могилев өлкәһенең Шклов ҡалаһы) араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеүҙең маҡсаты – ағас йорт төҙөлөшөн һәм төҙөлөш материалдары етештереүҙе үҫтереү өсөн үҙ-ара эш итеүҙе һәм оҙайлы хеҙмәттәшлекте тәьмин итеү. Килешеүгә Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин һәм “Гәзит ҡағыҙҙары заводы”ның Йорттар һәм бәләкәй архитектура формалары төҙөү һәм һатыу буйынса идаралығы начальнигы Алла Кузьменкова ҡул ҡуйҙы. – Башҡортостанда аҙ ҡатлы һәм шәхси торлаҡ төҙөлөшө әүҙем үҫешә. Был килешеү ошо сегменттарҙы сифатлы төҙөлөш материалдары менән тәьмин итергә, шулай уҡ экологик таҙа материалдар етештереүгә һәм төҙөлөштә яңы технологиялар ҡулланыуға иғтибар бүлергә мөмкинлек бирәсәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владислав Сидоркин. Башҡортостандың Төҙөлөш министрлығы менән килешеү төҙөгән предприятие ағас эшкәртеү продукцияһының киң исемлегенә эйә, заводтың етештереү ҡеүәте йыл һайын 250-гә яҡын комплект каркаслы-панелле йорт һәм 50 комплект йәбештерелгән брустан йорт етештерергә мөмкинлек бирә. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22987/