Минскиға рәсми сәфәр барышында Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин Беларусь Республикаһының архитектура һәм төҙөлөш министрының беренсе урынбаҫары Олег Швец менән осрашты. Осрашыу барышында ике республиканың төҙөлөш һәм проектлау өлкәһендәге хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙеләр. Атап әйткәндә, социаль объекттар төҙөү, төҙөлөштә ВIM технологияларын ҡулланыу, был өлкәлә кадрҙар потенциалы темаһы күтәрелде. - Туғандаш республикалағы коллегалар менән бындай осрашыуҙар мөһим һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн һөҙөмтәле. Беҙгә бер-беребеҙҙән өйрәнер нәмәләр бар. Проекттарҙы бергәләп тормошҡа ашырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү өсөн үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мотлаҡ кәрәк, - тине Владислав Сидоркин. Башҡортостандың төҙөлөш буйынса етәксеһе Беларусь коллегаларын яҙғы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумына саҡырҙы. Был ҙур сара Өфөлә 2024 йылдың 11-13 апрелендә үтәсәк. Белешмә. 8 -11 февралдә Башҡортостан Республикаһының төбәк башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегацияһы Беларусь Республикаһында эш сәфәрендә. Программала – Беларусь Республикаһы министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре менән осрашыу, эш төркөмөнөң кәңәшмәләрендә ҡатнашыу, шулай уҡ республиканың төп объекттарын барып ҡарау. Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22989/
Белоруссияла ике республиканың төҙөлөш һәм проектлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек перспективаһын ҡаранылар
10 февраля 202410 фев 2024
1 мин