Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан Вьетнамға тәүге тапҡыр ҡайын таҡталары экспортланы

Башҡортостан Вьетнамға тәүге тапҡыр ҡайын таҡталары экспортланы, тип хәбәр иттеләр Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығында. "Идаралыҡ тәүге тапҡыр Вьетнам Социалистик Республикаһына экспорт өсөн Башҡортостандың Ҡыйғы районы предприятиеһы әҙерләгән 126 кубометр күләмендәге ҡайын таҡтаһы партияһын контролдә тотҡан”, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр күҙәтеү ведомствоһында. Япраҡлы ағас тоҡомдарын эшкәртеү продукцияһы өлгөләре Көньяҡ-Көнсығыш Азияға оҙатыр алдынан Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында энтомологик экспертизалар үткән. Импортлаусы ил өсөн хәүефле карантин ҡоротҡостары табылмаған. Ағас материалдары Вьетнамға оҙатыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 70 процентҡа артыуын тәьмин итеү. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла. Фото: Россельхознадзорҙың төбәк идаралығы.