Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөләге вуз-ара кампуста “Берлога” майҙансығын астылар

Евразия фәнни үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының беренсе сиратын асыу сиктәрендә “Берлога” Милли киберфизика платформаһында Өфөлә киберфизика инновациялары оҫтаханаһы – студенттар һәм уҡыусылар өсөн техник ижад киңлеге эшен башланы. - Киберфизика инновациялары оҫтаханаһы төбәктең яңы иҡтисади системаһы двигателе һәм технологик үҫеш үҙәге булып тора. Ул Рәсәй һәм Башҡортостанда алдынғы технологик лидер булырлыҡ потенциалға эйә студенттарҙы, йәш белгестәрҙе һәм инженерҙарҙы берләштерә, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. “Берлога” проекты Стратегик инициативалар агентлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, “НТИ платформаһы” автономлы коммерция булмаған ойошма, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ярҙамындағы НТИ (Милли технологик инициатива) түңәрәктәр хәрәкәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. 2023 йылда проектҡа уҡыусыларҙың техник ижады буйынса 91 түңәрәк индерелгән, ә 2024 йылда “Берлога” платформаһы студенттарҙы әүҙемләштерегә ниәтләй, был эшкә төбәктә Өҫтөнлөклө профессиональ әҙерлек үҙәге етәкселек итә. - Проекттың төп маҡсаты – йәштәрҙә техник белгеслеккә һәм инновацияларға ҡыҙыҡһыныу уятыу, шулай уҡ уларға технология өлкәһендә уңышлы үҫешер өсөн белем һәм тәжрибә туплау. Майҙансыҡта өс зона – киберфизика, пилотһыҙ авиация системалары, файҙалы уйындар оҫтаханалары эшләйәсәк, - тип һөйләне БР Өҫтөнлөклө профессиональ әҙерлек үҙәге директоры Кира Ғәләмова. Белешмә: кампус проекты – ул 4 мең кешегә йәшәү урыны, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эш зоналары, магазиндары, скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған 146 000 кв. метрлыҡ студенттар киңлеге. Вуз-ара студенттар кампусы РФ Президенты Владимир Путин күрһәтмәһе менән Рәсәй Мәғариф министрлығының “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22956/

С подпиской рекламы не будет

Подключите Дзен Про за 159 ₽ в месяц