Бынан бер ай элек Белоретта йәшәгән Карина Әхәтова ғаиләһе фажиғәгә тарый. Янғында ҡыҙҙың медицина хеҙмәткәре булып эшләгән әсәһе һәләк була. Утта йорт тулыһынса янып бөтә, ғаилә аҡсаһыҙ, кейемһеҙ, документтарһыҙ ҡала. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, был ваҡиға хаҡында социаль селтәр аша белеп ҡалғас, студент ҡыҙ менән осраша һәм уға матди ярҙам алыуға сертификат тапшыра. Министрҙың ҡушыуы буйынса Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы ҡыҙға ярҙам күрһәтәсәк. – Кеше бәләһенән ситтә ҡалырға ярамай. Янғын кеүек бындай ҡот осҡос фажиғәләр бер минутта кешене бер нәмәһеҙ ҡалдырыуы ихтимал, тап ошондай мәлдә ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Каринаға ярҙам итә алыуыма мин шатмын. Киләсәктә лә тейешле ярҙам буласаҡ, – тип вәғәҙә итте Айрат Рәхмәтуллин. Осрашыуҙа шулай уҡ Белорет район дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов ҡатнашты. Ул каникул ваҡытында урта медицина белеме тураһында отличиелы дипломы булған Каринаны эшкә алырға һүҙ бирҙе. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.