Башҡортостанда медицина ойошмаларын яңыртыу программаһы әүҙем тормошҡа ашырыла, тине Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгения Котова. Уның билдәләүенсә, һүҙ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) үтәлеше тураһында ғына түгел, Башҡортостан етәкселеге башланғысы менән үтәлә барған проекттар хаҡында ла бара. “Бөгөн беҙ, әлбиттә, медицина ярҙамының халыҡҡа яҡынайыуын да күрәбеҙ. Был һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһына ла, балалар һәм ололарға ярҙам итеү буйынса юғары технологиялы үҙәктәргә лә ҡағыла. Күптән түгел асылған балалар онкологияһы үҙәге заманса технологияларҙың Башҡортостан халҡы өсөн уңышлы ҡуллынылыуына миҫал булып тора”, – тине Евгения Котова. Министр урынбаҫары әйтеүенсә, балалар онкологияһы – үтә мөһим һәм тиҙ үҫә барыусы йүнәлеш. Рәсәйҙә йыл һайын 3,5-4 мең бала онкологияның беренсе осрағына дусар була. Башҡортостанда, статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, йылына 120-гә саҡлы балала онкологик сир табыла. Фото: “Башинформ”.