Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бында өҫтөнлөклө әҙерлек бирәләр

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашҡан предприятиелар 20 мартҡа хәтлем өҫтөнлөклө әҙерлек буйынса корпоратив үҙәк асыуға ғариза бирә ала. “Республика предприятиелары өсөн был – иҡтисади һәм етештереү йоғонтололоғон яңыртыу мөмкинлеге”, – тине республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. – “Башҡортостанда ошондай өс корпоратив үҙәк майҙансығы эшләй ҙә инде. Уларҙы булдырыуҙың төп бурыстары милли проектта ҡатнашҡан предприятиеның ресурстарын координациялау, үҫтереү һәм файҙаланыуға ҡайтып ҡала”. Фото: “Башинформ”.