Көслө буран-дауылмы йәки өшәнес ямғыр-ҡармы, сатлама һыуыҡмы, тәбиғәттең ниндәй генә күренеше булмаһын, маҡсатлылар, тырыштар, сәмселдәр алға ынтыла. Бигерәк тә ғаилә ышығында көс-дәрт, иртәге көнгә ышаныс туплағандар өсөн был көйһөҙлөктәрҙе генә түгел, тормош ауырлыҡтарын да бергә еңелерәк үткәрә. Ни тиһәң дә, ғаилә - ул ҡәлғә, көс-нур сығанағы, йәшәү йәме. Был донъяла “балам”, “әсәйем”, “атайым” тип өндәшер ғәзиз яҡындарың, ”ғаиләм” тип әйтер тормош маяғың булыуға бер ни етмәй! Тап шуға ла быйыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы иғлан ителде. "Ғаиләне яҡлау, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында 2024 йылда Рәсәйҙә Ғаилә йылын үткәрергә ҡарар итәм”, — тиелгән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған Указда ла. Бөгөн Ғафури районының Яугилде ауылында, республика “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы, Ғаилә йылы тантаналы асылды. Беҙ бөгөн эш сәфәре менән барған был ауыл Бурлы ауыл биләмәһенә ҡарай. Тап Яугилде “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ең