Минскиҙа Башҡортостан Республикаһы менән Беларусь Республикаһының хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөмө ултырышы уҙҙы. Ул Башҡортостандың рәсми делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре сиктәрендә үтте. Эшсе төркөм составына ике яҡтан да хөкүмәт ағзалары, власть органдары вәкилдәре, эшҡыуарҙар инде.Ҡатнашыусылар берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләрен һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү перспективаларын тикшерҙе. Осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Беларусь дәүләт нефть һәм химия концерны рәйесе Андрей Рыбаков, Башҡортостан менән Беларусь араһындағы юл картаһы – даими яңыртылып торған "тере" эш документы, тип билдәләне. – Бөгөнгө ултырыш һөҙөмтәләре буйынса юл картаһын актуалләштереп, юғары кимәлдә йөкмәтелгәнде билдәләйәсәкбеҙ, тип өҫтәп ҡуйырға тәҡдим итәм. Һеҙҙең менән уңышлы башҡарған саралар ҙа бар. Яңыларын өҫтәп әйтергә кәрәк, уларҙың бер өлөшө ошо көндәрҙә, объекттарҙа һәм эш сәфәрҙәрендә яңғыраны, – тине Андрей Рыбаков. Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, әлеге ваҡытта хеҙмәттәшлек программаһына индерелгән 118 сара үтәлгән, тип һөйләне. Улар араһында сәнәғәт, сауҙа, транспортты үҫтереү, ауыл хужалығы, туризм һәм спорт йүнәлештәре буйынса проекттар бар. - Сәнәғәт кооперацияһы йүнәлешендә "Башнефтегеофизика" компанияһы һәм Гомелдең "Сейсмотехника" предприятиеһы "Батыр" сейсморазведка өсөн берлектәге техника сығарыуҙы яйға һалды. Минск автомобиль һәм Өфө трамвай-троллейбус заводтары принципиаль яңы ҙур һыйҙырышлы троллейбус төҙөү проектын тормошҡа ашыра, 260 машина-комплект килтереүгә контракт төҙөлгән, Өфөнөң электр транспортын камиллаштырыу өлкәһендә үҙ-ара эш итеү арта. "АМКОДОР" холдингы производствоһын локалләштереү сиктәрендә туғыҙ ай эсендә иген эшкәртеү техникаһы етештереү буйынса завод төҙөлә. 2023 йылда республика аграрийҙары 280 "Беларусь" тракторы, 67 "Полесье" комбайны һәм башҡа техника һатып алған, – тип билдәләне Рөстәм Моратов. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, ике төбәктең сәнәғәт комплекстары кооперациялары машиналар эшләүҙә, энергетикала, нефтехимияла, еңел сәнәғәттә уңышлы бара, тип өҫтәне. - Урал пружина заводы Беларусь компаниялары менән үҙенең продукцияһын поставкалау күләмен һәм ассортиментын киңәйтеү буйынса әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Нефтекаманың "Искожа" продукцияһы Беларусь автомобиль эшләү, мебель һәм аяҡ кейеме сәнәғәте предприятиеларында һорау менән файҙалана. "ЭРСО ХОЛДИНГЫ" "Белэнерго" менән электр энергетикаһы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә. Ишембай катализаторҙар заводы биш йылдан ашыу йыл һайын Мозырь нефть эшкәртеү заводына 4000 тонна крекинг катализаторы бирә. Ике республиканың сәнәғәт потенциалын үҫтереү өсөн күберәк яңы перспективалы йүнәлештәр табабыҙ, – тип билдәләне Александр Шельдяев. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙенең сығышында республикаларҙың агросәнәғәт секторында бер нисә потенциаль перспективалы хеҙмәттәшлек йүнәлештәре булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тәү сиратта, был - ауыл хужалығы культуралары орлоҡтары, уларҙы етештереү, селекциялау. - Рәсәйҙә 2025 йылдан ауыл хужалығы культуралары, айырыуса техник культуралар һәм шәкәр сөгөлдөрө орлоҡтарын һатыуҙы туҡтатыу бурысы ҡуйылды, - тине ул. - Бында Беларусь коллегалары менән хеҙмәттәшлек ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостандың аграр ведомствоһы башлығы Башҡортостан аграрийҙарына Беларустан килтерелгән ауыл хужалығы техникаһының яҡшы сифатын билдәләне. Башҡортостан етештереүселәре етен орлоғо, бройлерҙарҙың һәм һыу ҡоштарының тоҡомло йомортҡаһы менән тәьмин итергә әҙер, был йүнәлештәр белорус коллегаларын ҡыҙыҡһындыра, тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. Ул Беларусь һәм Башҡортостан аграрийҙарының тығыҙ аралашыуы 26 - 29 мартта Өфөлә үтәсәк "Агрокомплекс-2024" халыҡ-ара күргәҙмәһендә дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Унда Беларусь Республикаһынан ҙур делегация килеүе көтөлә. Ҡатнашыусылар "Башҡортостан - Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм" программаһы буйынса хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен дә тикшерҙе. - Проект сиктәрендә төбәк бюджеты иҫәбенә Башҡортостан биләмәһе буйлап бер көнлөк экскурсия ойошторабыҙ. Дүрт йыл эсендә бындай сәфәрҙәрҙә 34 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Бөгөн беҙ Беларусҡа ошондай турҙар ойошторабыҙ. Республика бюджетынан тур хаҡының бер кешегә 15 мең һум күләмендәге өлөшөн түләйбеҙ, – тип һөйләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Башҡортостан яғы Беларустағы коллегаларына "Башҡортостан - Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм"-ды ике яҡлы итеп ойошторорға тәҡдим итте. Был башланғысты алдан тикшереү уҙған йылдың июнендә X "Рәсәй – Беларусь" форумы сиктәрендә уҙҙы ла инде. - Хөрмәтле оло кешеләребеҙгә Беларусҡа турҙарҙың йәлеп итеүсәнлеген әүҙем таратабыҙ. Теләүселәр күп. Һеҙҙең яҡтан шундай уҡ әүҙемлек көтәбеҙ һәм Башҡортостанда өлкән быуын белорустарын күреүебеҙгә шат буласаҡбыҙ, – тип өҫтәне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Фекер алышыуҙы тамамлап, Андрей Рыбаков Башҡортостандың Беларусҡа тышҡы иҡтисади хеҙмәттәренә Һәм илселегенә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә даими бәйләнеш, оперативлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе һәм эштең тамамланмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Рөстәм Моратов, үҙ сиратында, төбәктең Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр Һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы комплекслы документ әҙерләй, унда бер йылға алдараҡ Башҡортостан менән Беларустың бөтә берлектәге эшлекле осрашыуҙары планлаштырыласаҡ, тип һөйләне. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru