9 февралдә Минскиҙа “Башҡортостан – Беларусь” бизнес-форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Беларусь Республикаһы Премьер-министры Роман Головченко журналистарға ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү принциптары һәм алымдары тураһында һөйләне. Матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙан: ХӘБӘРСЕ: – Роман Александрович, Башҡортостан менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар бармы? РОМАН ГОЛОВЧЕНКО: – Ҡатмарлыҡтар юҡ. “Ятҡан таш аҫтына һыу аҡмай” тигән әйтем бар. Һәм, образлы әйткәндә, һыу әүҙемерәк аҡһын өсөн, был ташты даими әйләндерергә кәрәк. Бөгөн Андрей Геннадьевич Назаров (А.Г. Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры) илдәрҙең исемдәре ҡыҫҡартылған аббревиатураларҙың бер төрлө булыуына иғтибар итте. Шулай итеп, беҙҙә “РБ квадратта” бар. Дөйөм алғанда, беҙ бергәләп эшләүҙең тәбиғи ритмына сыҡтыҡ. Күп һанлы саралар үтә, уларҙы күҙ уңында тотоу зарур. Иң мөһиме, Радий Фәрит улы әйткәнсә, килешеүҙәрҙең нисек үтәлеүен контролдә тотоу ғына т