1993 йылдан алып эшләп килгән “Санта” аҙыҡ-түлек етештерәгән ҡырҡтан ашыу предприятиены берләштерә. Унда йәмғеһе 24 мең кеше эшләй. Холдинг етәксеһе Александр Мошенский белдереүенсә, “Савушкин продукты” бренды аҫтында һөт продукцияһы етештереү йүнәлешендә эшләй, ә “Санта Бремор” иһә диңгеҙ продукттарына бәйле, “Санта Рест” – сауҙа. Генераль директор аралашыу мәлендә шулай уҡ Башҡортостанды продукцияны етештереү нөктәһе булараҡ ҡыҙыҡлы булыуын һәм хеҙмәттәшлеккә өмөттәрен белдерҙе. Мәҫәлән, һөт заводтары төҙөргә мөмкин. Радий Хәбиров үҙ сиратында төбәктәге бизнесҡа ҡарата йылы мөнәсәбәт, шарттар, ошо йәһәттән инвестициялар буйынса программалар, башҡа ярҙам саралары тураһында һөйләп үтте. – Беҙгә һеҙҙең тәжрибәгеҙ һәм яңы технологиялар менән эшләү алымдарығыҙ оҡшай, ә беҙҙә аҙыҡ-түлек етешетреү буйынса яҡшы кадрҙар бар, - тип билдәләне.