9 – 11 февралдә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһендә “Милли ҡаҙаныштар форумында: йәштәр сәйәсәте” үтә. Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге эш һөҙөмтәләре менән таныштыра. – Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә милли ҡаҙаныштар форумы –төбәктәрҙең йәштәр менән эшләү буйынса үҙ тәжрибәләрен күрһәтә алыуы мөһим ваҡиға. Башҡортостан Республикаһы стенды сиктәрендә интерактив майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, викториналар тәҡдим ителәсәк, шулай уҡ ҡунаҡтар менән осрашыуҙар үтәсәк. Барыһын да Башҡортостан стендына саҡырабыҙ! – тине Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров. Башҡортостан Республикаһы стенды ҡунаҡтары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдинов менән автограф-сессияла һәм Хәүефһеҙлек мәктәбенең оҫталыҡ дәрестәрендә, мини-викториналарҙа ҡатнаша, психологик диагностика үтә, милли кейемдә фото төшөрә, бал ҡорто балауыҙынан шәм һәм паракордтан беләҙек эшләй ала, уны махсус хәрби операция биләмәһенә тапшыр
10 февраль “Йәштәр Рәсәйе” милли ҡаҙаныштар форумының профилле көнө тип иғлан ителде
9 февраля 20249 фев 2024
1 мин