Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Минскиҙа Башҡортостан Республикаһының Беларусь Республикаһына бизнес-миссияһы сиктәрендә барған “Башҡортостан – Беларусь” бизнес-форумының пленар ултырышында сығыш яһаны. Башҡортостан Беларусҡа халыҡ-ара инвестиция партнерлығы мәсьәләләрендә айырым өҫтөнлөк бирә, тип билдәләне Министрҙар кабинеты башлығы. – Быйылғы йыл Башҡортостан - Беларусь мөнәсәбәттәре өсөн мөһим буласаҡ, тип билдәләп үтәм. Беҙҙең үҙ-ара эш итеүҙең рәсми кимәлендә сирек быуат үтәсәк. Беларусь коллегалары менән булған бөтә мәсьәләләрҙе беҙ туғандарса хәл итәбеҙ. Һәр проект “ғаилә советы”на формалаштырыла һәм эшкәртелә. Бындай хеҙмәттәшлектең бер миҫалы – иген киптереү ҡорамалдары етештергән “Амкодор-Ағиҙел” заводын төҙөү буйынса уникаль механизмды эшләү һәм уңышлы һынау. Был проектты тормошҡа ашырғанда майҙаны 20 мең квадрат метрлыҡ производство комплексы төҙөлә. Республика уны үҙ өҫтөнә алды. Был бурысты рекордлы туғыҙ айҙа үтәнек, – тип һөйләне Андрей Назаров.
Андрей Назаров: "Был йыл Башҡортостан - Беларусь мөнәсәбәттәре өсөн мөһим буласаҡ"
9 февраля 20249 фев 2024
3 мин