Кемдер ауа, кемдер яралана. Стройҙан сыҡҡандар араһында полк медпункты начальнигы ары йүгерә, бире шыуыша, берәмләп-бөртөкләп иңендә күтәреп, һөйрәп булһа ла атаканан ышыҡҡа алып бара, яраларҙы бәйләй, тылға оҙата. Әжәл “салғыһы” үҙенә бына ҡағылам-бына ҡағылам тип үтеп китә янынан, әммә “Өфө” быға иғтибар ҙа итмәй, ярһымай ҙа, өтөләнмәй ҙә, тыныс, ләкин етеҙ итеп, еренә еткереп бурысын, хәрби бурысын үтәй! Әйтерһең дә, ул ут эсендә түгел, әйтерһең дә, ул эшендә, йылы бүлмәлә кемгәлер ашыҡмай ғына операция яһай. Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһы хирургы Рөстәм Минһажев 2022 йылда мобилизациялау буйынса фронтҡа йүнәлә, табипмын, бында кәрәкмен, “бронь бирегеҙ” тип дәғүәләшеп тә йөрөмәй ул, саҡырыу килгәс тә, йөрәк ҡушыуы буйынса илен һаҡларға баҫа һәм бына инде йылдан ашыу ул ысын мәғәнәлә үлем менән ғүмер араһында – яуҙаштарының ғүмерен һаҡлап алып ҡала, әжәл ҡуйынынан тартып алған саҡтары ла һирәк түгелдер. 500-ҙән ашыу яуҙашының ғүмерен һаҡлап ҡалған ул ошо ваҡыт арауығында! Ә шул уҡ хәрб