Дүртөйлө ҡалаһының 5-се урта мәктәбе уҡыусылары һалдаттар өсөн маскировкалау селтәрҙәре үрә. Был әйберҙең хәҙер фронтта иң ҡиммәтле материал икәнен балалар ҙа яҡшы аңлай, тип яҙа “Юлдаш” гәзите. –Селтәр үреүгә былтыр декабрь айында тотонғайныҡ, – ти тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, хәрби-дингеҙ флоты ветераны, отставкалағы II ранг капитаны Закир Нуриәхмәтов. – Өлкән класс уҡыусыларын мәктәп программаһы менән генә сикләп булмай, улар күп белергә, өйрәнергә теләй. Хәҙерге быуын яҡшы тәрбиә талап итә. Балалар минең үҙемдән яугирҙәргә нимә менән ярҙам итә алыу мөмкинлеге тураһында һораны. Беҙ күмәкләп фекер алыштыҡ та селтәр үрә башларға булдыҡ. Схема буйынса станок эшләнем. Уҡыусылар кластары менән килергә әҙер.Эш ауыр булмаһа ла, мәшәҡәтле генә. Иртәнән кискә тиклем эш ҡайнай, буш ваҡыттары булыу менән балалар килеп етә. Улар был эштең еңеүҙе яҡынайтыу өсөн кәрәклеген белә. V класс уҡыусыһы Амалия Гәрәева: “ Ҡайһы саҡта өлкән класс уҡыусылары ла ярҙамға килә. Беҙ һалдаттарыбыҙы һаҡларға һәм пуляларҙан йәшерергә теләйбеҙ”, – тине. –Бына ошондай кескәй генә ҡыҙҙарыбыҙ хәрбиҙәргә ярҙам итеү теләге менән станок артында тора. Селтәрҙәрҙе төргәндә үҙҙәре һалдаттарға яҙған хаттарын да бергә һаласаҡ. Шундай матур, йылы итеп хаттар яҙа улар! Әле алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән егеттәребеҙ ял ваҡытында мәктәпкә осрашыуҙарға килә, улар балаларҙың хәстәрлеген күреп, тәрән тулҡынлана, рәхмәт белдерә.Мәктәп директоры Илшат Синиғәтов беҙҙең барыбыҙ өсөн дә илһөйәрлек өлгөһө, ул үҙ ирке менән фронтҡа китте, Салауат Юлаев батальонында йылдан ашыу хеҙмәт итә, – ти ғорурланып, уҡытыусы Закир Нуриәхмәтов. Гүзәл Симонова фотолары. https://vk.com/juldashdyrtyli