Ошо турала Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының һәм прокуратураһының матбуғат хеҙмәттәре хәбәр итә. Авария Яубүләк ауылы эргәһендәге Яугилде – Щучье Озеро юлының 25-се саҡрымында теркәлгән. Мәғлүм булыуынса, Renault Logan менән Honda Stepwgn минивэны бәрелешкән. Һуңғыһы биш пассажир менән Асҡындан Өфөгә юл тотҡан була. Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә “Рено”ның водителе һәм микроавтобустағы пассажирҙарҙың береһе ауыр йәрәхәт ала, һуңынан икеһе лә дауаханала һәләк була... “Хонда”ның тағы ике пассажирына медицина ярҙамы талап ителгән. Ғәҙәттән тыш хәл урынына ЮХХДИ һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре ебәрелгән. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген координациялау өсөн урынға Асҡын районы прокуроры Нияз Фәизов сыҡҡан. Ҡарлы буран, күреү мөмкинлегенең насарайыуы юлдарҙа ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, иғтибарлы булығыҙ! Фото: ЮХХДИ