Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Перспективалы йүнәлештәр тикшерелде

Көн тәртибендә иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарында төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре ҡаралды. Осрашыу башында Александр Субботин Башҡортостан делегацияһын 2024 йылдың июнендә Витебск ҡалаһында үткән Белоруссия һәм Рәсәй төбәктәренең XI форумына саҡырҙы. Ул шулай уҡ 2023 йылда Өфөлә үткән форумға юғары баһа бирҙе. – Беҙ халыҡ-ара сараға әҙерлекте башланыҡ та инде. Һеҙҙән дә ниндәйҙер тәжрибә алдыҡ. Ғөмүмән алғанда, форум ике илдең дә инновацияларына һәм үҫешенә арналған. Шулай уҡ өлкә башҡарма комитеты Рәйесе 2024 йылдың йәйендә Витебскты немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә тантаналы саралар үткәреләсәге тураһында хәбәр итте һәм Башҡортостан делегацияһын иҫтәлекле сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Ошо уҡ ваҡытта Витебск ҡалаһына 1050 йыл туылыуы айҡанлы саралар ҙа көтөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров саҡырыуҙы ҡабул итте һәм Башҡортостан ошо сараларҙа әүҙем ҡатнашасағын белдерҙе. Башҡортостан Башлығы үҙ сиратында Белоруссияның Витебск өлкәһе вәкилдәрен Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан байрам сараларында ҡатнашырға саҡырҙы. Осрашыуҙа шулай уҡ берлектәге проекттарҙы үҫтереү өсөн перспективалы йүнәлештәр тикшерелде. Атап әйткәндә, ”Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге” программаһының юғары потенциалы билдәләнде. Фото: glavarb.ru