Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ғаиләң булһын ҡәлғәң

Республикабыҙҙағы һәр бер ғаилә үҙенсә бәхетле, һәр береһенең үҙенә генә хас шатлыҡ-ҡыуанысы, матурлығы бар. Ғаилә ул – көс туплаусы нур-йомғаҡ. Бәхетле ғаилә иһә ил күрке. Һәммәбеҙ тормошонда йылы ҡояш нурҙары менән ләйсән ямғыр, йәйғорҙоң сағыулығы менән бергә ҡойон-дауылдар, шул уҡ ваҡытта сатлама һыуыҡ, ыжғыр бурандар ҙа осрамай ҡалмай. Әммә, ниндәй генә тормош көйһөҙлөктәре осрамаһын, ғәзиз әсә кешенең йылы һүҙҙәре, наҙы, ғаиләләге татыулыҡ, бер-береһе өсөн хәстәрлек, ярҙамсыллыҡ әллә ниндәй ғәрәсәттәрҙән дә йолоп алып ҡалғандай була. Ишле ғаиләләрҙең иһә бәхеттәре лә ишле. Шуныһы һөйөнөслө: республикабыҙҙа, заман ауырлыҡтарына һылтанмай, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр байтаҡ. Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан Роза менән Муса Маликовтар ете бала тәрбиәләй. Ғаилә ҡороуҙарына өс тиҫтәнән ашыу йыл үткән инде. – Диана менән Дилара исемле игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙҙы ике йәштәренән тәрбиәгә алғайныҡ. Динис исемле улыбыҙҙы 10 йәшендә ғаиләбеҙгә тәрбиәгә алып ҡайттыҡ, – ти күп балалы әсәй. Шулай итеп, бәләкәстәргә әсәй наҙы, атай иғтибары, ғаилә мөхитен бүләк иткән Роза менән Муса Маликовтар. Ошонан да ҙурыраҡ бәхет бармы икән балаларға?! Хәҙер инде улар бер-бер артлы буй еткерә, белем ала, хеҙмәт юлын башлай. Әммә күңелдәрендә үҙҙәренә ғаилә йылыһын бүләк иткәндәргә ҡарата йылы хистәр онотолмаҫ, моғайын... Ишле ғаиләләрҙең ҡыуаныс-һөйөнөсө лә бихисап, шул уҡ ваҡытта төрлө мәшәҡәттәре лә байтаҡ. Әммә Роза менән Муса Маликовтар ғаиләһе барыһын да берҙәмлек, тырышлыҡ менән еңеп сығырға тырыша. Өҫтәүенә, ғаилә өсөн хеҙмәт һөйөү, бер-береңә терәк булыу кеүек һыҙаттар хас. Әле Роза менән Муса Маликовтарҙың өлкән улдары Марат, Илфат атайҙары менән бергә Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Айһылыу медицинаны үҙ иткән һәм Өфөлә ошо тармаҡта хеҙмәт итә. Дилара ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштергән һәм эшенән йәм табып йәшәй. Диана Белорет медицина колледжында һуңғы курста белем ала. Динис – Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенты. Айбулат – V класс уҡыусыһы. Шулай итеп, ата-әсә балаларын белемле итергә ынтыла, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша. Былтыр Роза менән Муса Маликовтар ғаиләһендә бик матур ваҡиға теркәлде. Ишле ғаиләне “Ата-әсәлек даны” ордены менән наградланылар. Ошондай Указға быйыл июлдә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйғайны. Ә 2015 йылда Роза Муса ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының ҙур наградаһына – “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған. ...Тормош булғас төрлө хәлдәр теркәлә. Әммә яҙмыш һынауҙары алдында ғаиләләре – ҡәлғәләре – ныҡтар баҙап ҡалмай, киреһенсә, улар тағы ла нығыраҡ туплана, бер-береһенә терәк-таянысҡа әйләнә. Фотолар Маликовтарҙың ғаилә архивынан. #БашкортостанГодсемьи2024