“Көрт” салаты Ингредиенттары: 2 дана картуф 2 дана кишер. 1 дана һуған. 1/2 дана болгар боросо. 1 банк консервалы балыҡ 5 дана тауыҡ йомортҡаһы. 2 армыт һарымһаҡ тәменсә майонез тәменсә сыр Әҙерләү процесы Картуфты, кишерҙе тышы, йомортҡаны ҡабығы менән бешерергә. Һыуытҡас таҙартырға. Һуған башын балыҡ консервалары менән бергә блендерҙа ваҡларға. Салат йыйыуҙы башларға. Беренсе ҡатламға эре ҡырғыстан үткәрелгән картуф һалырға. Майонез менән һыларға. Икенсе ҡатлам эре ҡырғыстан үткәрелгән кишер. Өҫтөн майонез менән һыларға. Өсөнсө ҡатлам балыҡ консервалары менән һуған (балыҡ консерваларын яратмағандар өсөн ҡатламды бешерелгән тауыҡ күкрәге менән алмаштырырға мөмкин). Майонез һылайбыҙ. Дүртенсе ҡатлам ваҡ итеп туралған ҡыҙыл борос. Йомортҡаларҙы яртылаш киҫергә, һарыһын һаҡ ҡына сығарырға һәм уларҙы пресс аша ҡыҫылған һарымһаҡ һәм майонез менән бутарға. Уның менән йомортҡа аҡһымдарын тултырырға. Бишенсе ҡатлам – фаршланған йомортҡалар. Йомортҡаларҙы өҫтөн майонез менән һыларға. Өҫтөнә ваҡ ҡырғыстан ҡырылған сыр һибергә. Ашығыҙ тәмле булһын! Сығанаҡ: https://vk.com/namenuru