Найти тему
Башҡортостан гәзите

Берҙәм тауыш бирҙек

Тәүҙә йыйылыштың рәйесе Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Әмирханов көн тәртибе менән таныштырҙы. Һуңынан йылдың-йылы биләмәнең был программала әүҙем ҡатнашып килеүе тураһында һөйләп, уның ярҙамында биләмәлә балалар майҙансығы булдырылыуы, шишмә төҙөкләндерелеүе, Үтәктә һәм Туғайҙа мәҙәниәт йорттары йыһазландырылыуы, янғын һүндереү машинаһы алыныуы тураһында әйтеп үтте. 2024 йылда ла был программала ҡатнашырға саҡырҙы. Быға тиклем уҙған йыйылыштарҙа ике тәҡдим – “МТЗ-82” тракторына аҫылмалы ҡоролмалар һәм прицеп алыу һәм Үтәк мәҙәниәт йортон заманса материалдар менән көпләү ҡаралыу сәбәпле, был ике тәҡдим тауышҡа ҡуйылды һәм тәүге тәҡдимде халыҡ берҙәм хупланы. Шулай итеп, ағымдағы йылда “МТЗ-82” тракторына аҫылмалы ҡоролмалар һәм прицеп алырға ҡарар ителде. А.Әмирханов һүҙен дауам итеп, ҡоролмалар һәм прицептың хаҡы, алдан күҙаллауҙар буйынса, 1 млн 550 мең һум булыуын, республика бюджетынан 1 млн. һум, муниципаль бюджеттан – 250 мең һум бүленер тип көтөлә, бағыусыларҙан һәм ауыл халҡынан 150-шәр мең һум (һәр йорттан 600-шәр һум) йыйырға кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ йыйылышта инициатив төркөмгә Р. Ғиззәтуллин, Г. Маннанова, А. Хафизова, Р. Ғиззәтуллина, Ф. Әсфәндийәрова, И. Рәхмәтуллина, Р. Ғәлиева, Р. Раҡаев, А. Хәсәнова, Б. Сатлыҡов һайланды. Йыйылыштан “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында уңышлы ҡатнашып, еңеп сығырбыҙ тигән өмөттә таралыштыҡ. Рауил РАҠАЕВ.Ғафури районы, Үтәк ауылы.