Табип Альберт Хәмитов Республика клиник перинаталь үҙәгендә анестезиолог-реаниматолог булып эшләй. Ғинуар айында ул Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре сафында Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн юлға сыҡты. Табиптың әйтеүенсә, туғандары, ғаиләһе һәм хеҙмәттәштәре уның ҡарарын хуплап ҡаршы алған, сөнки табиптарҙың Красный Луч ҡалаһында кәрәклеге билдәле. Урындағы халыҡ Башҡортостандан килгән медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур хөрмәт менән ҡарай. Бөтә белгестәр ҙә көсөргәнешле хеҙмәт итә, ҙур күләмдә дауалау-диагностика ярҙамы күрһәтә. “Бала саҡтан мине табип һөнәре ҡыҙыҡһындырҙы. Тәүҙә медицина колледжында уҡыным, аҙаҡ медицина университетына уҡырға индем. Шул саҡта үҙемдең профессиональ эшмәкәрлегемде анестезиология-ревматология хеҙмәте менән бәйләргә, пациенттар ғүмерен һаҡлауға бирергә теләнем. Ҡыҙым да минең хеҙмәт юлымды һайланы, быйыл медицина университетының дауалау факультетын тамамлай. Мин уның менән ғорурланам. Өфөлә өсөнсө кимәлдәге стационарҙа эшләйем, беҙгә бөтә республиканан иң ауыр хәлдәге пациенттарҙы килтерәләр.Үҙебеҙ ҙә санавиация ярҙамында райондарға сығабыҙ. Красный Луч дауаханаһында планлы һәм ашығыс медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ.Ҡатмарлы сирлеләрҙе Луганск ҡалаһына йәки күп профилле үҙәктәргә ебәрәбеҙ,– ти табип. Ял итергә лә онотмайбыҙ. Буш ваҡытта спорт залына, бассейнға йөрөйөм, китап уҡыйым, ғаиләм менән аралашып торам. Интернет һәйбәт эшләүе ҡыуандыра”. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.