Найти тему
Башҡортостан гәзите

Халыҡ һаулығын хәстәрләп

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравохранение”) сиктәрендә Миәкә районының Боғҙан ауылында дөйөм практикалағы табип өсөн модулле офис асылды, тип хәбәр итә төбәктең Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы. -Хәҙер ауылда йәшәүселәр уңайлы бинала медицина ярҙамын аласаҡ. Был айырыуса оло йәштәге, аҙ мобилле граждандар өсөн мөһим”, - тине Миәкә дауаханаһының баш табибы Илшат Ғилемйәнов. Был бина район үҙәгенән 23 километр йыраҡлыҡта урынлашҡан, учреждениела 1300-ләп кеше медицина ярҙамын ҡуллана ала. Табип офисында диспансеризация, профилактик тикшереү үтергә, дарыу препараттарына ташламалы рецепт алырға мөмкин. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҙа белгескә ваҡытында төрлө сирҙәрҙе асыҡларға ярҙам итә. “Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлауының беренсел звеноһын модернизациялау” федераль проекты 2022 йылдан “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – халыҡтың һорауына ярашлы, йәшәгән, уҡыған урында медицина ярҙамын күрһәтеүҙе ойошотороу. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы.