Хуш тәмле, файҙалы һәм бик популяр эсемлек, уны бөтә ғәрәп илдәрендә тиерлек яраталар. Уны иртәнсәк эсеү яҡшы, тәбиғи энергетик булып тора. Был файҙалы эсемлектең рецепты бик ябай: 1 литр һөткә 25-30 финик һәм семтем тоҙ кәрәк. Финиктарҙы йыуырға, һөйәктәрен алып ташларға, теләһәгеҙ, ваҡ итеп ҡырҡырға мөмкин. Һөт һалып, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, утты кәметергә һәм 6-7 минут бешерергә. Һөт бешереү ваҡытында төҫөн аҡтан һарыға үҙгәртә. Әҙер эсемлек бүлмә температураһына тиклем һыуынырға тейеш, ә һуңынан уны блендер менән иҙергә кәрәк. Теләһәгеҙ, эсемлекте һыуытҡысҡа ебәрергә мөмкин, йәки йылы эсергә мөмкин. Был эсемлектең ике ингредиенты бик файҙалы һәм Ҡөрьәндә һәм күп хәҙистәрҙә телгә алына. Файҙаһы: кешенең бөтә нервы системаһын нығыта, ашҡаҙан-эсәк юлының эшен тергеҙә һәм көйләй, Кальций һәм д витаминының тәбиғи сығанағы, бөтә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының эшен яҡшырта инсульт һәм инфаркт хәүефен 40 процентҡа тиклем кәметә иммунитетты нығыта. Сығанаҡ: islamdag.ru/health/hushaf-finikovoe-moloko