Бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендә урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуға арналған брифинг үткәрелде. Журналистар алдында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников, ҡала коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов, ҡаланың йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы етәксеһе Антон Тристан сығыш яһаны. “Коммуналь хужалыҡты кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса ҡыйынлыҡтар бар, әлбиттә. Урам һепереүсе булып эшләргә теләүселәр юҡ дәрәжәһендә. Бер саҡ, Рәсәй-Беларусь форумы үткән көндәрҙә, Зәки Вәлиди урамында заманса коммуналь техника өлгөләре ҡуйылғайны. Шунда күрәм: биш-алты йәшлек бер малай МКСМ мини-тейәгескә ултырып, рулен борғолап ҡарай. “Үҫкәс, ошондай техникала эшләрһең дә әле!” тип маҡтайым. “Юҡ, минең улым урам һепереүсе булмаясаҡ!” тине эргәһендә баҫып торған әсәһе. Беҙ балаларҙа башҡаларҙың хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләргә тейешбеҙ. Эйе, урамдарҙы таҙартыусыларҙың эше ауыр ҙа, мәшәҡәтле лә. Яҙ етеп ҡар ирегәс тә уларға халыҡ ҡыш буйы ташлаған тонналап сүп-сарҙы т