Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шарттар үҙгәрһә лә, эш дауам итә

Иртәгә – 10 февралдә илдә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Мөхәмәтфәтих улы Ғәлиәкбәров донъялағы үҙгәреп торған геосәйәси хәлдәр шарттарында тышҡы сәйәсәт ведомствоһы хеҙмәткәрҙәренең эше тураһында һөйләне. Шулай уҡ вәкиллек эшмәкәрлеге, сит илдә ауыр хәлгә тарығанда ни эшләргә, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кеүек һорауҙарға яуап табышты. “Быйыл илебеҙҙең дипломатик хеҙмәте һөнәри байрамын халыҡ-ара хәлдең ҡатмарлашыуы дауам итеүе фонында билдәләй. Уҙған йыл көнбайыш гегемоны өсөн ғәҙәти булған, үҙ мәнфәғәттәренә тулыһынса таянған һәм башҡаларҙың фекерен иҫәпкә алмаған алымды күрһәтте. Көнбайыш үҙенең тулыһынса килешеп-һөйләшә белмәүен, партнер булараҡ ышанысһыҙлығын иҫбатланы. Тышҡы сәйәсәт концепцияһына ярашлы, милли именлекте тәьмин итеү һәм илдең эҙмә-эҙлекле эске үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу Рәсәй дипломатияһының төп бурыстары булып ҡала. Ул конструктив ҡарашлы партнерҙар менән мөнәсәбәттәрҙе алға ебәреү һәм дәүләт-ара бәйләнештәр инфраструктураһын булдырыу өҫтөнлөктәрен күҙ уңында тота. Дошманлыҡ сәйәсәте һәм русофобия күренештәре шарттарында Рәсәйҙең тышҡы сәйәси хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәтә, ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, халыҡ-ара эштәрҙә дөрөҫлөк идеалдарын, ғәҙеллекте танытыу һәм донъяның алдынғы державаларының береһе булараҡ Тыуған ил мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн барыһын да эшләй. Хеҙмәттәштәремде, дипломатик хеҙмәт ветерандарын һәм беҙҙең ведомствоға, Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнөнә ҡағылышы булғандарҙың барыһын да ҡотлап, бөтәһенә лә һаулыҡ һәм күңел тыныслығы, ә тыуған Башҡортостанға һәм бөтә Ватаныбыҙға – тыныслыҡ һәм сәскә атыуҙарын теләйем”. Вәкиллек дипломаттары нимә менән шөғөлләнә? – Рәсәйҙә вәкиллектәр булдырыу тәжрибәһе бынан 30 йыл самаһы элек башланған. Был республикалар һәм өлкәләр сит дәүләттәр менән бәйләнешкә инһен, тышҡы баҙарҙарға сыҡһын һәм ошо йүнәлештә хаталарға юл ҡуйылмаһын, тигән маҡсаттан эшләнгән, шуға күрә булдырылған көндән алып улар республика Хөкүмәте, муниципаль берәмектәр, Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, таможня органдары һәм башҡа федераль структуралар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Эшмәкәрлектең тағы бер йүнәлеше – консуллыҡ ярҙамы күрһәтеү. Тимәк, дәүләт органдары заявкаһы буйынса төрлө документтар, визалар, паспорттар әҙерләү, республика халҡына консуллыҡ ярҙамы биреү. Шулай ҙа иң мөһим бурыс – Башҡортостанға сит дәүләттәр менән сауҙа-иҡтисади, ғилми, мәҙәни һәм башҡа төр бәйләнештәр булдырыуҙа ярҙам итеү. Вәкиллек Рәсәй сит ил эштәре министрлығының ҡушыуы буйынса эшләгән үҙаллы федераль структура булып тора. Рәсәйҙең сит илдәрҙәге илселектәре, генераль консуллыҡтары менән туранан-тура эшләйҙәр һәм улар аша республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тоталар. Өфөлә ниндәй вәкиллектәр бар? Әлеге ваҡытта Өфөлә Тажикстан Республикаһының генераль консуллығы, Беларусь Республикаһы илселеге бүлексәһе эшләй. 2022 йылда ҡалала Үзбәкстан илселеге ҡарамағында эшләгән Үзбәкстан Мәшғүллек министрлығының Тышҡы хеҙмәт миграцияһы буйынса агентлығы вәкиллеге асылған. Почетлы консулдар институты ла әүҙем киңәйә – бөгөн Өфөлә Болгарияның, Италияның, Ҡаҙағстандың, Үҙбәкстандың, Ҡырғыҙстандың, Төркиәнең почетлы консулдары эшләй. Сит илдә медицина учреждениеһына эләкһәң нимә эшләргә? Сит илдә медицина хеҙмәттәре өсөн түләү ирекле страховкалау килешеүе нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Был талаптар федераль ҡануниәттә билдәләнгән. Тимәк, сит илгә сығыр алдынан бындай осраҡтар ихтималлығы тураһында алдан уйларға һәм медицина страховкаһын юлларға кәрәк. Килешеүҙең бар нескәлектәре тураһында страховкалау компанияһы вәкилдәре менән алдан һөйләшегеҙ, сөнки ҡайһы бер осраҡта медицина хеҙмәттәре өсөн түләү һеҙ унда булған саҡта башҡарыла, ә ҡайһы берҙә (ҡағиҙә булараҡ) Рәсәйгә ҡайтҡас ҡына сығымдарығыҙҙы ҡаплаясаҡтар. Әгәр бындай страховкағыҙ юҡ икән, медицина хеҙмәттәре өсөн сығымдарҙы тулыһынса үҙегеҙ ҡапларға тейешһегеҙ. Бында ашығыс һәм кисектергеһеҙ ярҙам да инә. Тап ошо сәбәпле йыш ҡына киң матбуғат саралары һәм социаль селтәрҙәрҙә сит илдәге яҡташтарыбыҙҙы дауалау йәки алып ҡайтыу өсөн аҡса йыйыу иғлан иткәндәрен күрергә тура килә. Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ, сит илдә барлыҡ клиникалар ҙа тиерлек шәхси ҡулдарҙа һәм уларҙың һәр береһенең үҙ ҡағиҙәһе һәм үҙ хаҡтары бар. Шәхси клиникаларҙа дауаланыуҙың ни тиклем ҡиммәт булыуы тураһында әйтеп тороу артыҡтыр. Страховка булмаһа? Был осраҡта нимә эшләргә? Тимәк, кеше күрәләтә үҙен хәүефкә тарыта. Бар сығымдарҙы ул үҙе йәки туғандары ҡаплаясаҡ. Һәм бындай осраҡтар бик күп. Граждандар сит ил дәүләттәренә бөтөнләй законһыҙ юл менән барып, ғәҙәттән тыш хәлгә тарыһа, уларҙың туғандарына нимә эшләргә? Аҡса эшләйем тип сит илгә законһыҙ юл менән сығып киткән кешеләр иртәме, һуңмы, барыбер тотола. Уларҙы миграция хеҙмәттәре асыҡлай, аҙаҡ миграция изоляторҙарына урынлаштыра һәм илдән ҡыуыу мәсьәләһе хәл ителә. Ә иң ҡурҡынысы, эләккән кеше ҡапыл ғына туғандары менән бәйләнештән юғала, улар хәүефләнә башлай. Ошо саҡта яҡындары вәкиллеккә мөрәжәғәт итә ала. Улар мәсьәләне аныҡ илдәге дипломатик вәкиллек йәки ундағы Генераль консуллыҡ аша хәл итә. Уның ысынлап ҡулға алынғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡлау мөмкинлеге бар, ниндәй закон боҙғанын һәм уға ниндәй яза янауын белешә алалар. Шуны аныҡ аңлағыҙ: вәкиллек илдең Консуллыҡ уставында яҙылған вәкәләттәр сиктәрендә генә ярҙам күрһәтә ала. Әгәр һеҙ сит илдә закон боҙаһығыҙ икән, был саҡта эште сит илдең миграция, хоҡуҡ һаҡлау йә тәфтиш органдары ҡараясаҡ. Консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре ни бары Рәсәй кешеһенә ҡарата алып барылған процессуаль нормаларҙың дөрөҫ үтәлеүе, урындағы ҡануниәткә һәм халыҡ-ара хоҡуҡ принциптарына тап килеү-килмәүен генә күҙәтә. Тимәк, улар эшмәкәрлеккә йоғонто яһай алмай. Эш судҡа барып етһә, гражданды тейешле лицензияһы булған адвокаттар ғына яҡлай. Мәғлүмәт йәһәтенән, һәр бер илселек йәки Генераль консуллыҡта русса һөйләшкән кешеләр менән эшләргә әҙер булған адвокаттар исемлеге бар. Вәкиллек был исемлекте бәләгә тарыусының туғандарына бирә. Сит илдә тәртип боҙған граждандарҙы нимә көтә? Миграция режимын боҙғандарҙы илдән ҡыуалар һәм башҡаса индермәйәсәктәр. Ҡағиҙә булараҡ, биш йылға тиклем. Депортацияланғансы, улар миграция изоляторҙарында ултыра. Кешеләр легаль булмаған мигранттар булараҡ сит илдәргә китмәһен өсөн иҫкәртеү саралары бармы? Теләһә ниндәй сәбәп буйынса ла сит илдәргә сыҡҡан кешеләр өсөн дөйөм принциптар һәм кәңәштәр бар. Улар Рәсәй Сит илдәр министрлығы тарафынан эшләнгән һәм рәсми сайтта урынлаштырылған. Унда дөйөм ҡағиҙәләр: сит илгә барыр алдынан унда инеү, булыу тәртибен өйрәнергә, кире эҙемтәләргә килтерерлек урындағы закондарҙы һәм йолаларҙы белеп ҡуйырға кәрәк. Шулай уҡ визаһыҙ режимға арналған иҫкәрмәләр эшләнгән. Унда шулай уҡ барлыҡ файҙалы ҡағиҙәләрҙе табырға була. Үҙебеҙҙең һаулыҡҡа, ғүмергә һәм иреккә яуаплы ҡарарға кәрәк. Закон боҙмай һәм ҡағиҙәләрҙе үтәп, илгә иҫән-имен әйләнеп ҡайтығыҙ. Сит илдә ауыр хәлгә тарыһаң ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Тәү сиратта Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының хәл-кризис үҙәге департаменты менән бәйләнешкә инегеҙ: телефоны: 495 6954545, рәсми сайты: https://dskc.mid.ru/ Өфөлә Рәсәй Сит ил эштәр министрлығының вәкиллеге эшләй. Ул Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 18, 413-сө кабинетта урынлашҡан. Телефоны: +7-347-272-49-74, сайты: https://ufa.mid.ru/ru/ Нәсих Хәлисов фотоһы.