Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ял итәм тиһәң, шарттар бар

Туймазы районының Ҡандракүл буйында «Лес & озеро» экобазаһы биләмәһендә һәм «Төмәнәк» ял йортонда модулле йорттар барлыҡҡа килде. Заманса һәм уңайлы туристик объекттар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә (нацпроект «Туризм и индустрия гостеприимства) башҡарылды, тип хәбәр итә район хакимиәте. 30 урынға иҫәпләнгән ике модулле ҡунаҡ йорто айырыуса ныҡ һаҡланған “Ҡандракүл” биләмәһендә төҙөлдө. Был проект Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының конкурсында еңеп сыҡты һәм грант ярҙамын алды. Тағы ла ике йорт «Төмәнәк» ял йортонда барлыҡҡа килде. - Ағастан эшләнгән ябай булмаған йорттарҙа йыл әйләнәһендә йәшәргә мөмкин. Төмәнәктә бындай ял базаһы биш йыл элек барлыҡҡа килде һәм ял итеүселәр араһында танылыу яуланы. Шуға ла уның хужалары - эшҡыуарҙар Ғамир һәм Регина Ғәлимовтар яңы объекттар төҙөргә ҡарар итте. Бының өсөн туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса грант конкурсында ҡатнашыуға ғариза тапшырҙылар. Субсидия күләме 1,5 миллион һум, шунса күләмдә аҡсаны эш

Туймазы районының Ҡандракүл буйында «Лес & озеро» экобазаһы биләмәһендә һәм «Төмәнәк» ял йортонда модулле йорттар барлыҡҡа килде. Заманса һәм уңайлы туристик объекттар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә (нацпроект «Туризм и индустрия гостеприимства) башҡарылды, тип хәбәр итә район хакимиәте. 30 урынға иҫәпләнгән ике модулле ҡунаҡ йорто айырыуса ныҡ һаҡланған “Ҡандракүл” биләмәһендә төҙөлдө. Был проект Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының конкурсында еңеп сыҡты һәм грант ярҙамын алды. Тағы ла ике йорт «Төмәнәк» ял йортонда барлыҡҡа килде. - Ағастан эшләнгән ябай булмаған йорттарҙа йыл әйләнәһендә йәшәргә мөмкин. Төмәнәктә бындай ял базаһы биш йыл элек барлыҡҡа килде һәм ял итеүселәр араһында танылыу яуланы. Шуға ла уның хужалары - эшҡыуарҙар Ғамир һәм Регина Ғәлимовтар яңы объекттар төҙөргә ҡарар итте. Бының өсөн туристик инфраструктураны үҫтереү буйынса грант конкурсында ҡатнашыуға ғариза тапшырҙылар. Субсидия күләме 1,5 миллион һум, шунса күләмдә аҡсаны эшҡыуарҙар үҙҙәре лә һалды, - тинеләр хакимиәттән. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты 2030 йылға Рәсәй буйынса сәйәхәттәр һанының йылына 140 миллионға тиклем артыуын күҙаллай. Милли проект ил буйынса сәйәхәтте уңайлы итергә булышлыҡ итә. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Туймазинский вестник” гәзите.