Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы халҡы Өфөнөң йылдан-йыл үҙгәреүен һәм матурланыуын шатланып күҙәтә. Орджоникидзе районы ла яңыртыла, унда ҡала халҡы өсөн тағы ла күберәк күркәм урындар барлыҡҡа килә. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы булған хәрби летчик Муса Гәрәев хөрмәтенә төҙөлгән яңыртылған сквер айырыуса ғорурлыҡ тыуҙыра. Был сквер ил Президенты башланғысы менән булдырылған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының бер өлөшө булған “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгән. Сквер бал ҡала кешеләрен генә түгел, ә Өфөнөң бөтә ҡунаҡтарын йәлеп итеү урынына әүерелде. Муса Гәрәев батырлыҡтарының әһәмиәтен, илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ рухын сағылдырған яңы йәйәүлеләр зонаһы, райондың архитектура ҡиәфәтенә бик тә тап килә. Хәҙер яңыртылған сквер – ял итеү, матурлыҡ һәм йәшеллек менән һоҡланыу, Бөйөк Ватан һуғышы геройын хөрмәтләп иҫкә алыу мөмкин булған тарихи урын. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Өфө тағы ла бер иҫтәлекле урын, халыҡ өсөн ял һәм хәтер урыны менән байыны. Был властың һәм йәмғиәттең бөтә халыҡ өсөн уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙа хеҙмәттәшлек итә алыуына матур миҫал. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.