Найти тему
Башҡортостан гәзите

Намаҙлыҡ – йөҙгә аҡлыҡ

Күптән түгел Ишембай районының Тирмән-Йылға ауылы мәсетендә матур сара үткән. Район кимәлендә мөьминәләр ойошмаһы тарафынан “Намаҙлыҡ – йөҙгә аҡлыҡ” тигән конкурс ойошторолған. Үткән йылдың декабрь айында иғлан ителгән намаҙлыҡ тегеү бәйгеһе ғинуар буйы дауам итеп февраль башында йомғаҡ яһалған. Зөлфиә Мостафа ҡыҙы Ғүмәрова етәкләгән күркәм сараға урындағы милли кейем тергеҙеү эше менән шөғөлләнгән “Ете ҡыҙ” төркөмө лә саҡырылған. Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙҙәренең эштәре менән таныштырған, киләсәктә был эш менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа, һарауыс һәм таҫтарҙар тегеп алырға тигән тәҡдим индергән. - Ишембайҙағы мөьминә апайҙарым менән тығыҙ йылы бәйләнештә булыуыма бик шатмын. Туғанлыҡ ептәрен ныҡ тотҡан кеүек, улар менән бергә һәм берҙәм булырға ине ниәт. Аллаға шөкөр, улар бик әүҙемдәр, күбеһе хажиәләр. Күмәкләп күрше өлкәләргә, төрлө туристик маршруттар буйынса экскурсияға йөрөйҙәр, бик татыуҙар, – тип һөйләне конкурста намаҙлыҡ өлгөләре менән таныштырып мәғлүмәт яғынан ярҙам иткән оҫтабикә Аиша Мәмбәтова. Мәғлүмәт: vk.com/aisha_mambetova