Беҙҙең үтенес буйынса олатай әтәсте тышаулап ҡуйҙы. Тәүҙә беҙгә ҡыҙыҡ булды. Әтәсте ирештереп, арытып бөттөк. Һикереп беҙҙе ҡыуып та ҡарай, ҡанаттары менән осоп та ҡарай, тик ары китә алмай. Бына беҙ рәхәткә сыҡтыҡ. Бар эште йәһәт кенә эшләп ҡуябыҙ. Ихатала ысын хужалар кеүек йөрөйбөҙ. Бер көндө шулай өйрәк бәпкәләрен ашатып йөрөгәндә Әлиәнең “әтәс” тип ҡысҡырғаны ишетелеп ҡалды. Баҡһаң, беҙҙең әтәсебеҙ тышауын һалырға өйрәнеп алған! Бына ниндәй аҡыллы ҡош булып сыҡты! Олатайым икенсе төрлө итеп бәйләп тә ҡараны, әтәсебеҙ бауын суҡышы менән сисә лә ырғыта. Ни эшләргә? Дауамы: https://amanat.su/articles/izhad-omary/2024-02-09/tyshauly-t-s-bul-an-h-l-3636797