Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төклө аяғың менән, Йәштәр йылы!

Бөгөн, 8 февралдә, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Йәштәр йылының презентацияһы үтте. Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, власть органдары вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, ҡала, район ҡоролтайҙары рәйестәре, милли-мәҙәни үҙәктәр, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, блогерҙар ҡатнашты. Фойела З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең, “Бикбайман” студияһының, Гөлфиә һәм Әлфиә Хамматоваларҙың, халыҡ-ара шашка федерацияһының һ.б. күргәҙмәләре, фотозона эшләне. Йәштәр йылын презентациялау сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты вәкилдәре район һәм ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре менән осрашыу үткәрҙе. Модератор булараҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаны. Ул, бындай форматтағы осрашыуҙар һәр саҡ ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле, тип билдәләне, яңы һайланған ҡоролтай рәйестәре, уларҙың йәштәр сәйәсәте буйынса ярҙамсылары менән таныштырҙы. Һандарға килгәндә, Башҡортостанда бөтәһе 70 башҡорт ҡоролтайы бар, уларҙың 35-ен ир-егеттәр, 35-ен ҡатын-ҡыҙҙар етәкләй. Етәкселәрҙең уртаса йәше – 53 тирәһе. Мәғариф өлкәһендә 26 рәйес эшләй, уларҙың 13-ө - мәктәп етәкселәре. Мәҙәниәт өлкәһендә 18 кеше эшләй, улар араһында дүрт район мәҙәниәт бүлеге начальнигы бар. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре - биш кеше. Ете кеше муниципаль хеҙмәттә эшләй, уларҙың икәүһе - муниципалитет башлығы урынбаҫары. Өс ауыл биләмәһе башлығы бар, икәүһе ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Шулай уҡ ҡоролтай етәкселәре араһында табип, профсоюз ойошмаһы рәйесе, пенсионерҙар һәм район ветеринар хеҙмәте начальнигы бар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы структураһына ярашлы, ҡоролтай эргәһендә мотлаҡ рәүештә 10-12 кешенән торған башҡарма комитет һайланырға тейеш. Төрлө профессия кешеләрен йәлеп итеү мөһим. Башҡарма комитет ағзаларынан төп йүнәлештәр буйынса әүҙем эшмәкәрлек талап ителә. Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендә ете комиссия эшләй (улар менән ойошманың рәсми сайтында танышырға мөмкин): 1) Мәғариф, фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия; 2) Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссия; 3) Территориялар менән эш буйынса комиссия; 4) Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия; 5) Ижтимағи-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса комиссия; 6) Демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре буйынса комиссия; 7) Йәштәр эштәре, ирекмәнлек һәм спортты үҫтереү буйынса комиссия. – Йәштәр йылы иғлан ителгәс, ошо йүнәлештәге комиссия эшен ойоштороу һәм әүҙемләштереү айырыуса мөһим мәсьәлә булып тора. Бөгөн Сибай ҡалаһы, Бөрйән, Мәсетле, Туймазы райондары ҡоролтайҙары эргәһендәге йәштәр алып барған эш маҡтауға лайыҡ. Ҡалғандарҙан да Йәштәр йылында әүҙемлек көтәбеҙ. 6 февралдә республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостандың фәнни һәм ижади берекмәләре вәкилдәре менән осрашты. Унда VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү мөһимлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды, - тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы. Артабан Социомәҙәни моделләштереү үҙәге директоры, Милләт эштәре буйынса федераль агентлыҡтың (ФАДН) Эксперт советы ағзаһы, БР Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты Социомәҙәни анализ үҙәгенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Азат Таһир улы Бирҙин сығыш яһаны һәм Башҡортостанда мәғлүмәти йоғонто контексында милләтселек һәм традиционализм темаһы буйынса аңлатмалар бирҙе. Тантаналы сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова асып, сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе. – Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин - Ғаилә йылын, Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Йәштәр йылын иғлан итте. Әгәр уларҙың йөкмәткеһен берләштерһәк, йәш ғаилә йылы килеп сыға. Йылдың төп һөҙөмтәһе тормошҡа ашырылған проекттар ғына түгел, ә бәхетле ғаиләләрҙең артыуы булырға тейеш. Шулай уҡ проект сиктәрендә айыҡ туйҙар үткәрергә тәҡдим итәбеҙ, - тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов Йәштәр йылында үтәсәк саралар, уның йүнәлештәре һәм үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Гөлназ Йосопова ойошманың проекттары тураһындағы презентация менән таныштырҙы. 2019 йылдан ойошма башҡорт телен үҫтереү һәм популярлаштырыу өлкәһендә ҙур эштәр башҡара, тип билдәләне ул. Һуңғы биш йылда ойошма ҡала, республика кимәлендә генә түгел, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткәрә. Мәҫәлән, башҡорт теленән диктант 2019 йылдан алып халыҡ-ара кимәлгә сыҡты һәм йыл һайын үткәрелә килгән халыҡ байрамына әүерелде. Миҫал өсөн, тәүҙә ҡатнашыусылар һаны 70 мең самаһы булһа, былтыр донъя буйынса 340 333 кеше башҡорт телендә диктант яҙған. Шулай уҡ 2019 йылдан алып республикала Башҡорт теле көнө киң билдәләнә. Телде үҫтереү ысулдары офлайн саралар үткәреү менән генә түгел, ә һанлаштырыу йәһәтенән дә алып барыла. Сара аҙағында йыл логотибы билдәләнде. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми төркөмөндә һорау алыу ысулы менән һайлағандар. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.