Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 11 йәшлек Аслан Калямов беренсе класта уҡыған һеңлеһе Амилияны таныш булмаған ирҙән яҡлаған. Был хәл ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында, балалар мәктәптән ҡайтып етеп килгәндә була. Аслан йүгерә-атлай подъезд ишеген асырға киткән саҡта, ҡыҙыҡайҙың артынан билдәһеҙ ир килеп, бер ни әйтмәй генә уның ҡулынан тота ла алып китергә һөйрәй башлай. Быны күргән малай юғалып ҡалмай. Егеттең үҙенән күпкә өлкән һәм көслө булыуына ҡарап тормай һеңлеһен яҡларға ташлана. Ул таныш түгел ир янына бара ла һеңлеһен ебәреүҙе талап итеп ҡысҡыра, уны икенсе ҡулынан тота ла өй яғына тарта башлай. Насар уйлы кеше ҡурҡа ла, ҡыҙҙы ысҡындырып, ҡаса. Балалар йүгереп өйҙәренә инә һәм был хәл тураһында әсәһенә һөйләй. Тиҙ арала полицияға хәбәр итәләр. Тиҙ арала был кеше табыла. Ул 18 йәшлек егет булып сыға, тик ни өсөн баланы алып китергә теләгәнен аңлата алмай. Владимир Колокольцев 11 йәшлек уҡыусының батырлығын лайыҡлы баһаланы. Эске эштәр министры ҡарарына ярашлы, Аслан Калямов Рәсәй Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Фото: Телеграм