Эшлекле программа сиктәрендә бер нисә осрашыу, сәнәғәт һәм мәҙәни объекттарға барыу, белорус компаниялары етәкселәре менән һөйләшеүҙәр планлаштырылған. Төп сара – ”Башҡортостан-Беларусь” бизнес-форумында ҡатнашыу көтөлә. Унда ҡатнашыусылар төбәктең презентацияһын үткәрәсәк, шулай уҡ ике яҡлы хеҙмәттәшлектең перспективалы йүнәлештәрен тикшерәсәк. Башҡортостан делегацияһы составына республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәтенең беренсе вице-премьер – министры Рөстәм Моратов, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар вице-премьер – министры Александр Шельдяев һәм башҡалар инде. Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Белоруссияға сәфәрҙең төп бурыстары хаҡында һөйләне. – Беҙ Белоруссия менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Улар – беҙҙең төп партнерыбыҙ. Был юлы беҙ йәнә бизнес-миссия алып килдек. Уның составында яңы партнерҙар табырға ниәтләгән 54 компания бар. Ниндәйҙер бәйләнеш нөктәләрен билдәләргә тырышасаҡбыҙ. Иртәгә B2B формат