Был - инженер, таможня һәм социаль инфраструктураһы, шулай уҡ бында эшләгән компаниялар өсөн һалым өҫтөнлөктәре булған заманса сәнәғәт майҙансығы. Уны Белоруссия менән Ҡытайҙың хөкүмәт-ара килешеүе нигеҙендә булдырғандар. Парк биләмәһендә донъяның 15 иленән 127 резидент үҙ проекттарын тормошҡа ашыра. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 850 миллион долларҙан ашып киткән. Шул уҡ ваҡытта 2,5 меңдән ашыу эш урыны булдырылған. Инвесторҙар индустриаль майҙансыҡтарҙа бизнес-үҙәк, таможня рәсмиләштереү пункты, шулай уҡ инженер һәм транспорт селтәрҙәре төҙөгән. Бынан тыш, парк биләмәһендә заманса эко-ҡала төҙөлә башлаған. 2019 йылда бында беренсе торлаҡ йорт файҙаланыуға тапшырылған. Республика Башлығы Радий Хәбиров эштең ойоштороу-хоҡуҡи режимы менән танышты, шулай уҡ парктың инвестиция һәм күргәҙмә майҙансыҡтарын ҡараны. Белорус коллегаларының тәжрибәһе Башҡортостан өсөн бик ҡыҙыҡлы, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Фото: glavarb.ru
Партнерҙарыбыҙҙың тәжрибәһе республика өсөн бик ҡыҙыҡлы
8 февраля 20248 фев 2024
~1 мин