Найти тему
Башкортостан 24

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды

   Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды
Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды

Халыҡ менән халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән ил ағаһына мәңгелек хәтер. Өфөлә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асылды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлеханов ҡатнашты. Рәхмәтле халыҡтың ихтирамы билдәһе. Республиканың күренекле шәхесен һынландырған һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Мортаза Рәхимов дәүеренә тап килгән ҡатмарлы йылдар һәм ул ҡабул иткән яуаплы ҡарарҙарҙы иҫкә алды. Етди һынауҙарҙы Башҡортостан тап көслө һәм тәжрибәле етәксе менән лайыҡлы үтте, тине Радий Хәбиров.Мортаза Рәхимовтың Башҡортостан президенты вазифаһында төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ иткән эшмәкәрлегенә, йәмғиәттә милләт-ара теләктәшлек һәм тыныслыҡты һаҡлауға һалған тырышлығына Владимир Путиндың баһаһы тураһында Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов һөйләне. Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлеханов туғандаш халыҡтарҙың көсөргәнешле туҡһанынсы йылдарҙа ҡеүәтле республикаға нигеҙ һалған етәкселәре һайлаған юлды дауам итергә өндәне.Башҡортостандың беренсе президентының бронза һыны - төбәк халҡына яҡшы таныш милләттәшебеҙ Салауат Щербаковтың ижад емеше. Скульптор Мортаза Рәхимовты тыуған илен ихлас һөйгән ябай кеше итеп күрһәтергә теләгән. Илһөйәр кеше, талапсан етәксе, ябай яҡташ – Мортаза Рәхимов менән иңгә-иң эшләгән кешеләр ҙә, уның фиҙаҡәр хеҙмәтен мәғлүмәт сығанаҡтары аша ғына күҙәткәндәр ҙә, күҙгә-күҙ осрашып аралашыу бәхетенә ирешкәндәр ҙә, яҡын туғандары ла беренсе Башҡортостан президентын өлгөлө шәхес, тип баһалай. Һәйкәл башҡаланың иң күркәм парктарының береһендә урынлашҡан. Халыҡ һуҡмағы бында бөгөндән һалына. Мортаза Рәхимовтың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән саралар бөгөн менән сикләнмәй. Ғүмерен тыуған республиканы үҫтереүгә арнаған шәхестең исеме тарихта нығытыла. Ә иң мөһиме – Башҡортосстандың беренсе президенты халыҡ хәтерендә. Мәңгегә.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».