Мортаза Рәхимовҡа арналған күргәҙмә
Милли музейҙа Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнап күргәҙмә асылды. Экспозицияла Мортаза Рәхимовтың шәхси әйберҙәре, архив документтары, уның шәжәрәһе урын алған, эш кабинетынан өҫтәле, ултырғысы килтерелгән. Хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова сюжеты.Күргәҙмәлә Башҡортостандың тәүге презеденты Мортаза Рәхимовтың шәхси әйберҙәре менән танышырға мөмкин. Хатта Мортаза Ғөбәйҙулла улына бүләк ителгән пистолетты ла күрергә мөмкин. Был пистолетты Мортаза Ғүбәйдулла улына Рәсәйҙең оборона министырлығы 2003 йылда бүләк итә. Музейға уны 2017 йылда шәхсән үҙе тапшыра. Был күн кресло. Мортаза Рәхимов уны нефть эшкәртеү заводынан Президент булып һайланғас Республика йортона килтерә һәм һуңғы көндәренә тиклем шул креслоға ултырып эшләй. Күргәҙмәлә уның цитаталары менән сувенир продукцияһы ла урын алған. Күргәҙмә оло йөрәкле, көслө ихтиярлы, тәжрибәле сәйәсмәндең ауыр осорҙа республиканы күтәреүе хаҡында һәм уға ҡарата булған халыҡ һөйөүен, ихтирамын күрһәтә. Мортаза Рәхимовтың Өфөләге йортона таҡтаташ та ҡуйылды.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и Telegram-канал Вести Башкортостан, и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».