Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тағы 11 йүнәлештә юлдар ябылды!

8 февралдә 11:00 сәғәткә ҡарата автомобиль юлдарының 10 участкаһында хәрәкәт сикләүҙәре индерелгән. Пассажир һәм ҙур йөк ташыусы автотранспорт саралары өсөн түбәнге юл участкаларында сикләүҙәр индерелгән: - Бәләбәй – Николаевка – Туймазы - Баҡалы 0 – 133 километрҙа (Бәләбәй, Туймазы, Баҡалы райондары); - Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск 209 – 268 километрҙа (Белорет, Әбйәлил райондары); - Белорет – Учалы – Мейәс 2 – 99 километрҙа (Белорет, Учалы райондары); - Бәләбәй – Приют 2 – 31 километрҙа (Бәләбәй районы); - Аксаков – Малиновка 0 – 5 километрҙа (Бәләбәй районы); - Аксенов – Аксаков – Бәләбәй 0 – 39 километрҙа (Әлшәй, Бәләбәй райондары). Дөйөм оҙонлоғо 296 километр булған өс участкала бөтә төр автотранспорт саралары өсөн хәрәкәт туҡтатылған: - Магнитогорск – Ира 101–241 километрҙа (Баймаҡ, Йылайыр райондары); - Юлдыбай – Аҡъяр – Сара 25 – 68, 69 – 80 километрҙа (Хәйбулла районы); - Сибай – Аҡъяр 0 – 102- километрҙа (Хәйбулла, Баймаҡ райондары); - Р240 Өфө – Ырымбур федераль трассаһынының 20 – 112 километрында (Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондарында). Хөрмәтле водителдәр, республиканың күп райондарында ел, һепертмә буран ҡотора, ҡар яуа, шуға ла юлға сығыуҙан тыйылып тороғоҙ. Фото: @bash_gibdd.