Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Донъяла мөмкин булмаған нәмә юҡ!

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән тиһәләр ҙә, бындай кешеләр күптәр, бигерәк тә тормош ауырлыҡтарына зарланғандар, йәшәү йәмен таба белмәгәндәр өсөн үрнәк булып тора. Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылынан Индира Ташбулатова – тап шундайҙарҙан. Коляскала һәм таяҡтар ярҙамында хәрәкәт иткән ҡыҙ һүрәт төшөрөү, бейеү менән мауыға. Был ғына түгел, Индира Бөтә Рәсәй һылыулыҡ конкурсында гран-при яулаған! 16 йәшлек Индира бәләкәйҙән һынлы сәнғәт менән шөғөлләнгән. Был йәһәттән уға уҡытыусыһы Ирина Семенова ярҙам иткән. Ҡыҙҙың тырышлығы тиккә китмәгән – уның эштәре республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарға тәҡдим ителгән һәм призлы урындар яулаған. Ул хатта “Һүрәт төшөрөүҙең традициялы булмаған техникалары” темаһына фәнни эш яҙған һәм республика кимәлендәге бәйгелә дүртенсе урын яулаған. VII кластан Индира Өфөләге 13-сө мәктәп-интернатта белем алған. Тап унда ул коляскала бейеү менән танышҡан. Өс йыл дауамында инде ҡыҙ тренерҙары Татьяна Николаевна һәм Александр Николаевич Артамоновтарҙа шөғөлләнә. Һөҙөмтәлә бөгөн ул коляскала бейеү буйынса конкурстарҙа бихисап наградалар, кубок һәм миҙалдар яулаған. Спорттағы ҡаҙаныштарынан тыш, башҡа уңыштары ла бар ҡыҙҙың. Республика “LITTLE MISS WORLD RUSSIA 2023” бәйгеһендә “Мисс йылмайыу” һәм “Мисс бейеү йондоҙо” маҡтаулы исемдәренә лайыҡ булған. Шулай уҡ ул Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсында ҡатнашҡан һәм гран-при яулаған. Тағы Индира шиғырҙар уҡырға ярата. Ул VII “Кәртәләрҙе емереп-2019” халыҡ-ара балалар ижады фестивалендә ҡатнашҡан, Х “Таланттар йондоҙлоғо” һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр бәйгеһендә призлы урын яулаған, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Фотолар, сығанаҡ: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.