Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡытайға сөгөлдөр һығындыһы оҙатылды

Мал өсөн тәбиғи аҙыҡ булған сөгөлдөр һығынтыһының тәүге партияһы Башҡортостандан Ҡытайға юлланды. Агропродукцияны сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») милли проектының төп бурыстарының береһе булып тора, тип хәбәр итәләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Продукция төбәктең Шишмә районында урынлашҡан эре шәкәр заводтары тарафынан әҙерләнә. Партияның ауырлығы 1,5 мең тонна тәшкил итә, ул 61-се тимер юлы вагонына тейәлә. Әйтергә кәрәк, ул Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенең Башҡортостан белгестәре тарафынан да тикшерелә. Шуны билдәләргә кәрәк: төбәктә үткән йылдың татлы тамыр уңышын эшкәртеү буйынса эш дауам итә. “Раевшәкәр”предприятиеһы һәм Шишмә шәкәр заводы көн һайын 8 мең тоннанан ашыу продукция эшкәртә. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты яңы иҡтисади бәйләнештәр булдырыу һәм Рәсәй производствоһы тауарҙары экспортын үҫтереүгә йүнәлтергән. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.