Республика балалар экология-биология үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының мәктәп урман хужалыҡтары етәкселәренең видеобәйләнеш форматында кәңәшмәһе үтте. Унда уҡытыусылар һәм республика Урман хужалығы министрлығының мәктәп урмансылыҡтары эшмәкәрлегенә яуаплы учреждение вәкилдәре ҡатнашты. Сара өҙлөкһөҙ экологик белем биреү системаһына ярҙам итеүгә һәм уны үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән, был “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бурыстарының береһе булып тора. Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева мәктәп урмансылыҡтарының 2023 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, мәктәп урмансылыҡтары хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләне. Шулай уҡ “Профессионалдар” һөнәри оҫталыҡ чемпионаты конкурсында үҫмерҙәр өсөн “Урман менән файҙаланыу һәм урмандарҙы тергеҙеү инженерияһы” компетенцияһы хаҡында һөйләне һәм мәктәп урмансылыҡтары ағзаларын һөнәри оҫталыҡта үҙ көсөн һынап ҡарарға саҡырҙы. Компетенция үҙенсәлектәре, чемпионатта ҡ